Бәхет сере –татыулыҡта

Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Хәмиҙә һәм Хөрмәтулла Абдуловтар оҙон һәм бәхетле парлы
ғүмер юлын уҙа. Бергә йәшәүҙәренә уҙған йылда 60 йыл да булып киткән!

Хәҙер инде 90 йәшен тултырған Хөрмәтулла Мөхәмәтсафа улы һәм 87 йәшлек Хәмиҙә Хөрмәтулла ҡыҙы тормош ҡорған көндәрен әле лә ғүмерҙәренең иң бәхетле мәле итеп иҫкә ала. Бөйөк байрам көндө — 1959 йылдың 7 ноябрендә өйләнешә ғашиҡ йәндәр. - Ваҡыт бигерәк тиҙ үткән, ошо саҡлы йылдар уҙғанына ышанғы ла килмәй хатта. Матур, татыу йәшәнек, сөнки бер-беребеҙҙе тыңлап, кәрәк саҡта юл биреп, аңлашып бә -
хетле ғүмер юлын уҙҙыҡ, - тине күпте күргән уҙаман. Уның күҙҙәренә йылылыҡ менән ҡарап
ҡына торған әбейе тормош юлдашының һүҙҙәрен ҡеүәтләп: - Балаларыбыҙ үҙебеҙҙең татыулыҡты
күреп, матур мөхиттә тәрбиәләнгәнгә күрә тәү фиҡлы булып үҫтеләр, - тине Хәмиҙә әбей. Ә мөхәббәт емештәре булып, уларҙың өс балалары донъяға килә - ике улы һәм бер ҡыҙы. Тик, ҡыҙғанысҡа, улдары Фәнис ҡара ҡайғыларға һалып, биш йәш ярымлыҡ сағын да вафат булып ҡуя. Гүзәл һәм Фәнил ике һе лә Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Балалары ата-әсәһен ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүләсәр менән ҡыуандыра. Әлеге көндә улар Өфө ҡалаһында йәшәй. Оло йәштәге ата-әсәләренә терәк-таяныс булып, ҡайтып, ярҙамлашып, телефон аша ла хәлдәрен белешеп торалар. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, бер бөтөнгә әйләнгән Абдуловтарҙың тормош юлдары иҫтә лек тәргә бай була. Улар Ҡабаҡ ауылында, бер урамда үҫә. Бала саҡтарына һәм йәшлек тәренә килгән һуғыш ваҡыты һәм унан һуңғы осор уларҙы иртә олоғайта. Малай 11 йәшенән ат ҡараусы булып эш башлай. Бер туған ағаһы армияға киткәс, уны алыштырып, колхоз рәйесен район үҙәгенә аттакүсерсе булып йөрөтә. Үҫмер саҡта үгеҙ егеп, фермаға һалам ташый. Шулай уҡ һабан тотоп, ер һөрә, бесән саба, ғөмүмән, бер ҡушылған эштән дә баш тартмай ул. Хәмиҙә инәй ҙә хәтирәләр йомғағын сисә. “Атайым һуғышҡа китеп, яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды. Ул киткәс, ҡустым тыуғайны. Ул да вафат булды. Ә апайым ды Черниковкаға шырпы фаб ри каһына эшкә, ағайымды Стәрле тамаҡ ҡа ФЗО-ға алып киттеләр. Хәҙер уларҙың бе реһе лә юҡ инде. Ҡәҙерле кешеләремде иҫкә төшөрмәгән бер генә көнөм дә юҡ, улар күңелемдә...” – тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Йәшлек осорона аяҡ баҫҡас, башҡа егет- ҡыҙҙар менән клубҡа киске уйындарға сығалар, бергәләп бейейҙәр. Кистәрен йәштәр
күңел асһа, иртәгәһен таңдан тороп, кол хозда көс түгәләр. Хәмиҙә утауға, ырҙын таба ғына веялка менән иген елгәрергә йөрөй. Баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтерә, звеновод та була. Келәт мөдире, заправкалаусы эштәрен башҡара, ағас ултыртыуҙа ҡатнаша, шулай уҡ йәмәғәт эшен – ауыл Советы депутаты булыуҙы ла ышанып тапшыралар арыуталыуҙы белмәҫ әүҙем ҡыҙға. Бәйләм эшенә лә йәштән оҫта була. Ошо шөғөлө әлеге көнгә тиклем дауам итә. Хәмиҙә менән Хөрмәтулла бер-береһен кесе саҡтан белһәләр ҙә, һуңыраҡ дуҫлашып китеп, 1959 йылда ғына сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Яңы ҡоролған ғаилә яңылыҡтырға ынтылып, Өфө ҡалаһына сығып китә. Унда ир пароходта дүрт йыл, артабан 35 йыл леспромхозда бысҡы ҡараусы, станоктарҙы ремонтлаусы була. Ҡатын иһә тәүҙә леспромхозда станокта, артабан мендәрҙәр таҙартҡан ерҙә, 20-се мәктәп ашханаһында эшләй. “Шунан фатир алыу ниәте менән урам һепереүсе булып эшкә урынлаштым. Тиҙ арала Өфө ҡалаһында фатирлы ла булдыҡ”, - тип
һөйләп алды әбей. Хаҡлы ялға сыҡҡас, фатирҙарын бала ларына ҡалдырып, тыуған ауылдары – Ҡабаҡҡа ҡайталар. Бында йорт һалып инәләр. Ҡаланан һуң ауыл тормошона кинәнеп, мал
аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Малдары өсөн бергәләшеп ҡул менән бесән сабалар. “Ошо көнгә тиклем тиерлек мал тоттоҡ. Тәүҙәрәк һыйырҙарҙы, өсөнсө йыл атты, көҙөн һарыҡ тарҙы бөтөрҙөк”, - ти улар.
Абдуловтар ваҡиғаларға бай тормош юлынан бергәләшеп атлайҙар. Шатлыҡ тарҙы икәү кисереп, осраған кәртәләрҙе үтеп, ҡайғыларға, ауырлыҡтарға биреш мәйенсә, бер-береһенә терәк һәм кәрәк
булып, бәхетле ғүмер кисерәләр. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған йәндәр, бәхеттең сере – татыулыҡта, аңлашып йәшәүҙә һәм тигеҙ ҡартайыуҙа, тип ихлас оҙатып ҡалды.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей