Беҙҙең районда заманса йәшелсә һаҡлағыс буласаҡ

Башҡортостандың Урал аръяғында заманса йәшелсә һаҡлағысы төҙөләсәк.

«Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияһы 2019 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында ауыл хужалығы продукцияhын заманса hаҡлау hәм эшкәртеү инфраструктураһы булдырырға ниәтләнә. Дөйөм 12 миллион hум капитал менән проект Башкортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән.

Социаль һөҙөмтә лә көтөлә: сеймал эшкәртеүселәр шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарынан ауыл хужалығы продукцияһы ҡабул итәсәк, ул ауыл халҡына аҡса эшләргә ярҙам итәсәк.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәк власы ауыл хужалығы техникаhы hәм ҡорамалдар hатып алыуға инвесторға субсидиялар hәм льготалы заемдар менән ярҙам итә.

«Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән продукцияны hаҡлау өсөн ҡеүәттәр етмәй. Шәхсиҙәрҙең продукцияһын йыйыу hәм эшкәртеү системаhын яйға hалырға кәрәк. Был иҡтисади ғына түгел, социаль мәсьәлә лә. Шуға ла «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияның проектын хупларға ҡарар ителде», - тип яуап биргәндәр "Башинформ" мәғлүмәт агентлыгына Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ф. Дауытов

Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы-Йылайыр мәғлүмәт үҙәге.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей