Беҙҙең эргәлә

Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекерҙәре, бар булмышы күптәргә үрнәк.  Арыҫлан ауылында йәшәгән Мостафиндарҙы нәҡ шундайҙар иҫәбенә индереп була.

Әнүәр ағай Мәхүпьямал һәм Вәлиулла Таштимеровтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Шатлыҡ янына ҡыуаныс өҫтәп, ҡыҙҙары Сафия  тыуған. Һуғышта ире һәләк булғас, бар ауырлыҡ әсәһ иңенә төшә. Мәхүпьямал инәй ике баланы яңғыҙ тәрбиәләһә лә, ел-ямғырҙан һаҡлап, бар һөйөүен сабыйҙарына биреп үҫтергән. Әсә менән бергә колхоз эшендә лә, йорт-ҡура тирәһендә лә, уҡыуҙа ла һис кемдән ҡалышмаған тырыш Әнүәр.

Өс йыл әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡанын көткән һөйгәне Нажиә менән өйләнешеп, донъя ҡоралар. Эшһөйәрлеге менән айырылған йәш парҙың йорто ҡотло һәм нурлы булыуы менән арбай. Бер эштән дә ҡурҡмай, яуаплы ҡарай йәш ғаилә башлығы.  8 йыл бригадир, 10 йыл ырҙын табағында мөдир, 12 йыл колхозда ревизор булып эшләй ул.

Нажиә апай менән Әнүәр ағай өс ҡыҙ, өс малайға ғүмер биреп, тормош юлына баҫтыра. Бергәләшеп донъя ҡороуҙарына ла 57 йыл булып киткән. Һирәк кешегә осрай бындай бәхет, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәү. Ә улар әле лә бирешмәй, бар донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журналды ҡалдырмай уҡып, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итә. Әнүәр Вәлиулла улының 80 йәшен тултырған таңын да бәхетле пар ҡыуанып, бергә ҡаршы алды.

Әҙәм балаһына күп кәрәкмәй: эргәлә һине аңлаған, ҡәҙер иткән яҡындарың булһа, улар һинең янға ҡайтып, ихлас йылмайһа, кәңәшеңде тыңлаһа, ғөмүмән, уларға үҙеңдең кәрәк икәнеңде тойһаң - шул етә.

Нурия БУРАҠАНОВА.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей