Беҙ — Шаҡман тоҡомдары

Күрше районға барыуҙы ауылдың аҡһаҡалы Т. Ҡ. Сәйетғәлин беренсе булып күтәреп алды. Юлдаштар үҙ тирмәләрен ҡуйырға, үҙ ҡаҙандарын аҫырға кәңәшләшеп-һөйләшеп килештеләр Сәйетғәлиндар араһы. Зат-ырыуын бала-саға ла белеп үҫергә тейеш, тигән күҙлектән сығып, балалар ҙа ситтә ҡалманы.

Тирмә ҡороуҙы Замир Сәйетғәлин, Сара апайҙың ҡыҙы Сәриә аҡса йыйыуҙы, Ильяс Алмас улы менән кәләше Әлиә менән Сәлиха Алмас ҡыҙы бар ойоштороу эштәрен үҙ өҫтәренә алды.Урындағы “ Завет” хужалығы ла зур ярҙам күрһәтте.

Борон ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән Ҡотҡор йылғаһы буйында ҡуйылған туҡталҡабыҙҙан кеше өҙөлмәне: зауыҡ менән биҙәлгән тирмәбеҙ, уның янындағы йәнлек-хайуандар һындары, аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдәр, борон ҡулланышта булған һауыт-һаба, биҙәүестәр, ағастан һырлап яһалған әйберҙәр, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар һәм башҡа күргәҙмәләр, ысынлап та бик шәп ине.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында яу юлын үткән, шунан район ауыл хужалыгында унышлы эшләгән  Ҡаһарман Сәйетғәлин менән Хәлфетдин Ғафаров хаҡында һөйләгән стендтарҙы күптәрҙе йәлеп итте. Сәйетғәлиндар, Баймырҙиндар шәжәрәһен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүселәр күп булды.

Шағәли Шаҡман тоҡомдары булған юлдаштар был оло байрам сиктәрендә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Булат Әкрәм улы көрәштә өсөнсө урын алды, Раил ағайҙың ейәнсәре Гөлнәфис уҡ атыуҙа беренселекте яуланы, Әмерғәле ағайҙың ейәнсәре Әминә «Һылыуҡай» бәйгеһендә ҡатнашып, «Тоғролоҡ» номинацияһында билдәләнде.

Ш. Шаҡман юбилейына арналған сараларҙа ҡатнашҡан бөтә Сәйетғәлиндарға, тәмле аш-һыу әҙерләгән ҡатны-ҡыҙҙарға, мөнәжәтсе Гөлнур Миҙәхәт ҡыҙына, байрамды музыкаль яҡтан биҙәгән баянсы Ильяс Сафинға, ҡурайсы Азамат Сәйетғәлинға, клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужинаға  һәм байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә ярҙам иткән бөтә ауылдашатарға рәхмә һүҙҙәрен еткереп, артабан да шулай дәртле, берҙәм, дөргөн булайыҡ тигән теләктә ҡалам.

Гөлзифа ҒАФАРОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей