Бесән әҙерләү - көн ҡаҙағында

“Иҙел” агрофирмаһы базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда район хакимиәте белгестәре, баш агрономдары, зоотехниктары, ферма мөдирҙәре, КФХ башлыҡтары ҡатнашты.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов билдәләүенсә, быйыл бар эштәр киҫкен һауа шарттарын иҫәптә тотоп планлаштырылған:

- Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл хужалығы эшсәндәренә мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләргә кәрәк. Салауат исемендәге хужалыҡ “Ашҡаҙар” кооперативы, шулай уҡ ҡайһы бер фермерҙар мал аҙығы әҙерләүгә әүҙем тотондо.  Һәр баш малға 31 центнер аҙыҡ берәмеге иҫәбенән тура килгәндә, район аграрийҙарына 15 мең тонна бесән, 50 мең тонна сенаж, 40 мең тонна силос әҙерләргә тура киләсәк, - тине ул.

“Иҙел” кооперативы етәксеһе урынбаҫары Юрий Апракин, Виталий Питренко мал аҙығы әҙерләү барышы менән таныштырҙы.

Семинарҙа ҡатнашыусылар сит илдә һәм беҙҙә етештерелгән мал аҙығы әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән ҡеүәтле техника мөмкинлектәре, 3,5 мең тонна һыйҙырышлы яңы төҙөлгән сенаж соҡоро, мал аҙығы һаҡлауҙың яңы ысулы менән яҡындан таныша алды.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Гөлиә Шаһиғәлина фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей