БЕРГӘЛӘШЕП ҠЫМЫҘ БЕШӘСӘКТӘР
Мәсетле ауыл биләмәһендә бер нисә кооператив төҙөлгән. Шуларҙан “Йүрүҙән” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, республика программаһында ҡатнашып, предприятиены үҫтереүгә грант алған. Улар, кооператив ағзалары, ауылда башҡорт аттарын үрсетеп, бейә ҡымыҙы етештереү эшенә тотонорға йыйына.
Кооператив рәйесе – йәш егет Илнур Камалов. Атаһы Илдар Нур улы, үҙе, кейәүе Артур Ғәлимов һәм тағы ике дуҫы Вәли Вәлшин, Руслан Ғәлимов – барыһы биш кеше берләшкән. Дөйөм бөтәһенең 35 баш йылҡы малы бар, уларҙың 20-гә яҡыны – бейәләр.
– Ҡолонлағас, бейәләрҙе һауа башлаясаҡбыҙ, – ти Илнур Илдар улы. – Грант аҡсаһына бейә һөтөн эшкәртеү цехы һатып алдыҡ. Яҙға, аттарҙы яланға сығарғас, уны ла ҡырға күсерәсәкбеҙ.
Кооперативҡа ҡайтарылған “мини-завод” барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән заманса итеп йыһазландырылған. Унда һауын аппараты, һөттө һыуытҡыс, ҡымыҙ бешә торған ҡоролмалар бар. Кооператив ағзалары уны алыуға үҙҙәренең 143 мең һумын һалһа, яҡынса 1,3 млн. һумы – республика грантынан. Цех ялан шарттарында дизель генераторы ярҙамында эшләйәсәк.
– Продукцияны етештерһәк, уны һатыу юлын уйлағанбыҙ. Бейә ҡымыҙы үҙебеҙҙең ауыл магазиндарында ла ҙур һорау менән файҙаланыр, тип ышанабыҙ. Эштәр яйға һалынһа, “Янғантау” геопаркы маршрутына ла керетерҙәр ул, – ти “Йүрүҙән” кооперативы рәйесе Илнур Камалов.
Мәсетле ауылы биләмәһе башлығы Адик Асҡаров әйтеүенсә, бөгөн ауылда һәм Көҫәпәйҙә өс кооператив булдырылған. Һуңғыһы, быйыл ойошторолғаны, һыйыр һөтөн эшкәртеү йүнәлешен һайлаған.