Бергәләшеп ҡымыҙ бешәсәктәр

Мәсетле ауыл билә­мәһендә бер нисә кооператив төҙөлгән. Шуларҙан “Йүрүҙән” ауыл хужалығы ҡулланыусылар коопе­ративы, республика программаһында ҡатнашып, пред­при­ятиены үҫтереүгә грант алған. Улар, кооператив ағзалары, ауылда башҡорт аттарын үрсетеп, бейә ҡымыҙы етештереү эшенә тотонорға йыйына.

Кооператив рәйесе – йәш егет Илнур Камалов. Атаһы Илдар Нур улы, үҙе, кейәүе Артур Ғәлимов һәм тағы ике дуҫы Вәли Вәлшин, Руслан Ғәлимов – барыһы биш кеше берләшкән. Дөйөм бөтәһенең 35 баш йылҡы малы бар, уларҙың 20-гә яҡыны – бейәләр.
– Ҡолонлағас, бейәләрҙе һауа башлаясаҡбыҙ, – ти Илнур Илдар улы. – Грант аҡсаһына бейә һөтөн эшкәртеү цехы һатып алдыҡ. Яҙға, аттарҙы яланға сығарғас, уны ла ҡырға күсерәсәкбеҙ.

Кооперативҡа ҡайтарылған “мини-завод” барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән заманса йыһазландырылған. Унда һауын аппараты, һөттө һыуытҡыс, ҡымыҙ бешә торған ҡоролмалар бар. Кооператив ағзалары уны алыуға үҙҙәренең 143 мең һумын һалһа, яҡынса 1,3 млн. һумы – республика грантынан. Цех ялан шарттарында дизель генераторы ярҙамында эшләйәсәк.

– Продукцияны етештерһәк, уны һатыу юлын уйлағанбыҙ. Шифалы бейә ҡымыҙы үҙебеҙҙең ауыл магазиндарында ла ҙур һорау менән файҙаланыр, тип ышанабыҙ. Эштәр яйға һалынһа, “Янғантау” геопаркы маршрутына ла керетерҙәр ул, – ти “Йүрүҙән” кооперативы рәйесе Илнур Камалов.

Мәсетле ауылы биләмәһе башлығы Адик Асҡаров әйтеүенсә, бөгөн ауылда һәм Көҫәпәйҙә өс кооператив булдырылған. Һуңғыһы, быйыл ойошторолғаны, һыйыр һөтөн эшкәртеү йүнәлешен һайлаған. Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереүгә республика программаһы эшләй. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары берләшеп, үҙҙәре етештергән продукцияны эшкәртеү өсөн ҡорамалдар алыуға 3 млн. һумға тиклем грант юллай ала. Тармаҡты үҫтереү программаһы БР Ауыл хужалығы министрлығы аша ғәмәлгә ашырыла.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Һүрәттәрҙә: кооператив рәйесе Илнур Камалов үҙенең ҡымыҙ етештереү цехында.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей