Бергә үтһен ғүмер юлдарығыҙ

Кешене яҙмыш йөрөтә тигәндәре менән бәхәсләшмәйем. Был ысынлап та дөрөҫ. Шулай булмаһа, республиканың ике мөйөшөндә йәшәгән кешеләр бер-береһен осраҡлы осратып, бергә булыр инеме!?

Восточный ауылынан Әнгизә һәм Рәфис Ҡәйүмовтарҙың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Яҡындарына йөрәк йылыһы өләшкән ҡатын 2005 йылда республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан "Әсәлек даны" миҙалы ала. Уларҙың ғаилә сере - берҙәмлектә. Белорет районында тыуып-үҫкән, яҙмыштың әсе елдәренә баш эймәй, изгелеккә өмөтләнеп йәшәгән ҡатынды яҙмыш елдәре 1993 йылда Рәфис менән осраштыра. Донъя көтөү өсөн бер-береңә ышаныс кәрәк, ти улар. Үҙ-үҙеңде еңмәһәң, түбәнгә тәгәрәү оҙаҡ түгел. Бөгөн улар - Восточный ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Миҙалды юҡҡа ғына бирмәйҙәр шул, баланы табыу бер, уны бағыу зарур, ти бит ололар. Иң ололары Әҙилә үҙе әсәй, ҡалала балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Айнур бөгөн ил сәйәсәте һәм иҡтисадында күп телгә алынған Ҡырым Республикаһында Керчь күпере төҙөүҙә ҡатнаша. Илшат Өфө авиация институтының Күмертау филиалын тамамлап, декабрь айында ғына армия сафына алынған, бөгөн Псков өлкәһендә һалдат хеҙмәте үтә . Иралиә Восточный ауыл мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, тик яҡшы билдәләренә генә уҡый, муниципаль, республика кимәлендәге төрлө олимпида, конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтаулы урындар ала. Ул - республика Президенты стипендиаты, киләсәк хыялы - врач булыу. Айгизә лә 8 - се класта белем ала, спорт сараларында әүҙем, йырларға оҫта. Иң бәләкәстәре - Илназ. Ағайҙарына оҡшап ҡыйыу, тәүәккәл, апайҙары һымаҡ тәртип, теүәллек ярата.

Ғаилә башлығы Рәфис ағай - ғүмерен тыуған ере менән бәйләгән ябай ауыл кешеһе. "Урал", "Восток" колхоздарында, һуңғараҡ "Ергән МТС-ы" йәмғиәтендә механизатор булып эшләгән. Дөйөм хужалыҡтар бөткәс, күптәр һымаҡ һайлау араһында ҡала: оҙон аҡса артынан алыҫҡа юлланырғамы, әллә шәхси хужалыҡта ҡатыны менән донъя йөгөн бергә тартырғамы? Әлбиттә, икенсеһен һайлайҙар. Бөгөн улар күпләп мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Миҙгелендә  биҙрәләп еләк йыйып һаталар, һөт- ҡаймағы ла ғаилә бюджетын тултыра. Бер йылда 60 меңлек һөт тапшырған уңғандар. Бына шунан, ауылда аҡса юҡ, тип зарланып ҡара!

Әнгизә апай ауыл мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” ансамбленә йөрөй, ҡул эштәренә оҫта. Был ғаилә - бөтә яҡтан да йәштәргә берҙәмлек, татыулыҡ, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығыу өлгөһө.

Һүрәттә: Әнгизә һәм Рәфис Ҡәйүмовтар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей