Бер ҡумта тарихы

- Картуф алған ваҡыт. Әсәйем ҡаҙый, мин йыйырға ярҙам иткәнмендер инде, моғайын. Бер ваҡыт боролоп ҡараһам, әсәйем ҡалтыранған тауыш менән, мин быны бик асыҡ хәтерләйем, атайың ҡайтып килә, ти.

Һәр ғаиләлә өй түрендә урын алған, бик ҡәҙерләп һаҡланған, боронғо ҡомартҡы була, уның тураһында ололар балаларына, ейәндәренә, бүләләренә түкмәй-сәсмәй һөйләп ҡалдыра. Ысынлап та, был әйберҙәрҙең һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ хәтирәләре, ул мөһим ваҡиғалар, ҡәҙерле кешеләр менән бәйле.

Яңы Сәпәш ауылынан Зәйтүнә Ғабдрахман ҡыҙы Әғзәмованың да йортонда шундай ҡомартҡы бар. Был ҙур булмаған ҡумта уға бала саҡтан таныш. Кескәй Зәйтүнәгә ул ваҡытта ни бары дүрт йәш була. Һуғыштан һуңғы тыныс тормоштоң тәүге йылы. Урамда бөгөнгөләй ҡояшлы алтын көҙ.

- Картуф алған ваҡыт. Әсәйем ҡаҙый, мин йыйырға ярҙам иткәнмендер инде, моғайын. Бер ваҡыт боролоп ҡараһам, әсәйем ҡалтыранған тауыш менән, мин быны бик асыҡ хәтерләйем, атайың ҡайтып килә, ти, - тип хәтирәләргә бирелә Зәйтүнә Ғабдрахман ҡыҙы. – Атайым менән мин шулай осраштым. Ул фронтҡа киткәс, 1942 йылдың авгусында донъяға килгәнмен. Атайым ҡыҙыбыҙ тыуасаҡ, Зәйтүнә тип исем ҡушырһың, тигән…

“Ҡыҙым, кил әле яныма. Мин һинең атайың. Бына һиңә бүләк алып ҡайттым», - тип йылмайып саҡырҙы ул мине. Уның ҡулында ошо биҙәкле ҡумта ине. Ул татлы өрөк менән туп-тулы. Ә мин атайыма ҡарап тик торам, сөнки күп тапҡырҙар ишетһәм дә, уны беренсегә генә күрәм бит. Ул ваҡытта күрше-тирәлә ир-ат юҡ, ҡулына ҡорал тота алғандарҙың барыһы ла һуғышта ине. Шунан һуң атайым мине кулына алып, юғарыға сөйҙө һәм ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы...

Ошо иҫтәлекле ваҡиғанан һуң 74 йыл уҙып киткән. Ә кескәй ҡыҙға бүләк ителгән ҡумта һаман шул килеш. Ул Әғзәмовтарҙың ғаилә ҡомартҡыһына әйләнгән. Уның тарихын һәр ғаилә ағзаһы белә. Атаһының бүләгенә ҡараған һайын, Зәйтүнә инәй үҙенең ауыр бала сағын, фронтовик атаһын, күп һынауҙар үтергә тура килгән әсәһен иҫкә ала. Әйткәндәй, әсәһенән ҡалған боронғо бирнә һындығын уның төҫө итеп бөгөнгө көнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлай. Һандыҡ төбөндә әле лә хуҗабикәһенең күңел йылыһын һаҡлап, бәләкәй генә муҡса, тиҫбе һәм сулпылар ята.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар атаһы менән оҙаҡ йәшәмәй. Әсәһе ғүмере буйы төрлө эштәрҙә эшләй. Оло ҡыҙынан һуң тағы ла ике һеңлеһе донъяға килә, әммә береһе сабый сағында уҡ мәрхүм була. Ә атаһы икенсе ғаилә ҡора, күрше ауылда ғына йәшәй. Әммә Зәйтүнә инәй атаһына асыу һаҡламай, ваҡыты шундай ине бит, ауыр, һуғыштан һуңғы, йәтимлек йылдары, ти ул.

Ҡайҙа ғына ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа, Зәйтүнә инәй ошо ҡумтаны үҙе менән ала. Ҡасандыр атаһы кеүек үк, уны күстәнәстәр, татлы еләк-емеш менән тултыра… 

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей