Бер быуатлыҡ ғүмер

Юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Латипов, Прибельский ауыл Советы хакимиәте башлығы Наталья Суркова, Прибельский ауыл Советы ветерандары советы рәйесе Рәшит Гәрәев килде. Шулай уҡ ҡәҙерле кешеләренең юбилейын билдәләргә яҡындары йыйыла. Был күркәм сараға “Йыуаса” башҡорт фольклор ансамбленең сығыштары ла йәм өҫтәне.
Нәсимә Хәмзә ҡыҙы 1922 йылдың 22 июлендә Архангел районының Зәйет ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ул 12 йәштән колхозда эшләй башлай. Һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт һала, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, башҡалар менән илдең иҡти­садын тергеҙеүҙә ҡатнаша. 1946 йылда кейәүгә сыға һәм Һарт-Наурыҙ ауылына күсә. Нәсимә Садиҡова тормош иптәше менән дүрт улға ғүмер бүләк итә. Уның менән 29 йыл йәшәгәс, тол ҡала. 1981 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир менән тормош ҡора һәм Прибельский ауылына күсенә. Пенсияға сыҡҡас та, ике йыл тирәһе Ҡарлыман Шәкәр заводы лаборатория­һында эшләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, ул тырыш­лығы һәм яуаплылығы менән айырылып тора. Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө бүләкләүҙәргә лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа, Нәсимә Хәмзә ҡыҙы 17 йыл бергә йәшәгәндән һуң тормош иптәшен һуңғы юлға оҙата.
Әлеге ваҡытта оҙон ғүмерле әбей уртансы улы Ришат һәм килене Гүзәл менән йәшәйҙәр. Барлығы туғыҙ ейәне, ун ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәре бар. Уның янына башҡа балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә йыш килеп тора. Яҡындары уны бик ярата һәм ҡәҙерен белә. Әбей үҙе балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, юбиляр үҙен һәйбәт тоя, ул коллективлашыу осорон, колхоздар ойошҡан саҡтарҙы яҡшы хәтерләй...
Нәсимә Хәмзә ҡыҙына һәр саҡ ғаилә, балаларға ҡараш, үҙ-ара килешеү, аңлашып йәшәү бик мөһим була. Ул һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында баш эймәй, ҡыйынлыҡтар уны нығыта ғына.
Хөрмәтле ветеранды бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға һәм яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Хәстәрлек һәм яҡындарының һөйөүенә сорналып йәшәһен.
Фәнил Гәрәев.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей