Баҙарҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?

Кеҫә яғы һайыҡҡас, күптән баҙар майҙанын тапағаным булманы. Бына бөгөн ҡояш та күңелгә йылылыҡ бөркөп, урамға тартып торғас, баҙарға ашыҡҡан халыҡ артынан мин дә атланым. 

Донъя буйлап гиҙгән ҡурҡыныс сир кешеләрҙе өйҙә ултырырға мәжбүр итһә лә, баҙар майҙанында йәнлелек хакимлыҡ итә. Изге йома көнө беҙҙең район үҙәгендә баҙар көнө булып иҫәпләнә. Был көндө уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан һөт- ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата. Рәт буйлап теҙелеп киткән сауҙа нөктәләре эргәһенән ҡарап йөрөйөм. Ысынлап та, ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәте менән үҫтерелгән уңышҡа, башҡа төр продукцияға ихтыяж ҙур. Һатыусылар маҡтап-ҡыҫтап әйберен үткәрергә тырышты, һатып алыусылар осһоҙораҡ хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа запас тупланы. Уңған хужаларҙың баҡсаларында тәгәрәп үҫкән кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер һанаулы ғына ваҡыт эсендә һатылып бөттө. Биҙрә-биҙрә тултырылған ҡышҡы сортлы алмаларға сират оҙон ине. Ҡорот, май, һөт һатыусылар эргәһенән кеше өҙөлмәне. Умартасылар шифалы һәм татлы ризыҡтың төрлөһөн алып килгәйне. Тәмлетамаҡтар бал һатыусылар янынан өҙөлмәне. Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балын тәмләп ҡарап, йәне теләгәнен һатып алдылар. Баҙарҙа шулай уҡ ит һатыусылар ҙа байтаҡ ине. Мал тотоусылар яңы ғына һуйылған һыйыр, сусҡа итен тәҡдим итте. Баҙар гөрләй, ә аҙыҡ-түлектең хаҡтары ни хаҡ? Баҙар хаҡтары менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып үтәйек.
Һыйыр ите – 300-350 һум
Сусҡа ите – 250 һум
Бройлер (1 кг) – 300 һум
Мулард тоҡомло өйрәк (1 кг) – 400 һум
Кәбеҫтә (1 кг) – 15 һум
Кишер (1 кг) – 30 һум
Сөгөлдөр (1 кг) – 30 һум
Һуған (1 кг) – 30 һум
Бәрәңге (1 кг) – 25 һум
Балан (1 кг) – 100 һум
Йүкә балы (3 литр) – 1600 һум
Сәскә балы (3 литр) – 1500 һум
Алма (1 кг) – 75 һум
Ҡышҡы сорт алмалар (1 кг) – 100 һум
Виноград (1 кг) – 120 һум
Гранат (1 кг) – 120 һум
Хөрмә (1 кг) – 95 һум
Әфлисун, лимон (1 кг) – 110 һум
Шампиньон бәшмәге (1 кг) – 100 һум
Йомортҡа (10 дана) – 80 һум
Ҡаймаҡ (0,5 банка) – 200 һум
(0,7 банка) – 250 һум
Май (1 кг) – 450 һум
Эремсек (1 кг) – 120 һум
Шулай итеп,баҙар хаҡтары уртаса кимәлдә ҡала тип әйтергә мөмкин.
Коронавирус пандемияһы көсәйеү сәбәпле, республика Башлығы Радий Хәбировтың юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указының үтәлешен дә һиҙҙем, сөнки алыпһатарҙар ҙа, һатып алыусылар ҙа мотлаҡ битлектә булыуҙары сирҙең таралмауына юл ҡуя. Әйткәндәй, инфекция таралыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эше тергеҙелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә аҙна элек коронавирус менән бәйле хәл арҡаһында йәрминкәләр туҡтатылғайны.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей