“Бай өҫтәле”нә рәхим итегеҙ!

Дәүләкән районында “Мәктәп эскәмйәһенән – эшҡыуарлыҡҡа” проекты әүҙем эшләй, уҡыусылар бизнес-проекттар яҙа, төрлө конкурстарҙа еңеп сыға. Район эшҡыуарҙар ассоциацияһы етәксеһе Светлана Фролова уҡыусылар менән эшҡыуарҙарҙың осрашыуҙарын үткәрә. Күптән түгел уҡыусылар аяҡ кейеме тегеүселәрҙә, сыр етештереүселәрҙә ҡунаҡта булды.

“Йәш социаль эшҡыуар мәктәбе”нә йөрөгән 11 уҡыусыны “Бай өҫтәле” йәмғиәте ҡаршы алды был юлы. Гөлнара менән Урал Солтанбаевтар, ҡасандыр Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, Дыуан районының “Уралтау” йәмғиәтендә эшләп, тәжрибә туплай. Бер аҙҙан улар Гөлнараның тыуған яғына – Дәүләкән ҡалаһына килеп төпләнә. Тәжрибәгә таянып, “Бай өҫтәле” кооперативын асып ебәрәләр. Унда 17 хужалыҡ берлектә эш алып бара. Был юлы уҡыусылар “Хәләл” маркалы тиҫтәләгән продукция етештергән колбаса етештереү цехын ҡараны, махсус ҡорамалдар менән танышты. Эшҡыуарҙар балаларҙы экологик яҡтан таҙа иттән етештерелгән билмән менән һыйланы, шул мәлдә уларҙың күп һорауҙарына яуап бирҙе.

– Ауыл хужалығы, эшкәртеү тармағы – эшҡыуарлыҡ өсөн бик өмөтлө өлкә. Үҙ эшеңде асыу өсөн һәр саҡ белемгә ынтылырға кәрәк, – тине Гөлнара Солтанбаева.

Дәүләкән районы.
Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА әҙерләне

https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/bay-t-le-n-r-khim-itege-/?sphrase...

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей