Баҫыуҙарҙы ваҡытында һуғарыу мөһим

Быйылғы йәйҙең үтә эҫе килеүе, өҫтәүенә ике айҙан ашыу яуым-төшөм булмауы урман-ҡырҙарҙа, шулай уҡ баҫыуҙарҙағы үҫемлектәрҙе яндырҙы. Иртә яҙҙан дәррәү шытып сығып, һәйбәт кенә күтәрелеп киткән иген, мал аҙығы культураларынан өмөт ителгән уңышты юғалтыуға ла килтерҙе ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, «Тупраҡтағы ҡоролоҡҡа һәм ҡыуан елгә бәйле» ауыл хужалығы сәсеүлектәренең һәләк булыуы сәбәпле, 1-нән 20 авгусҡа тиклем Әбйәлил, Архангель, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Учалы райондарында һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы һөҙөмтәһендә күрелгән зыянды ҡаплауға документ әҙерләргә һәм тапшырырға, ә район хакимиәттәренә «ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеләйтеү буйынса тулы саралар күрергә» ҡушты.
— Беҙҙең төбәк ҡоролоҡҡа йыш дусар була. Шуға күрә ниндәй генә килгән йылда ла уңышлы булыу өсөн баҫыуҙарҙы һуғарыуҙы ойоштороу иң ҡулай ысул. Ныҡ ҡоро булған быйылғы йылда һуғарыу үҙен тулыһынса аҡланы, — ти фермер Рамил Юлдыбаев.
Табыш килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫ-тереүсе грантҡа конкурста еңеп, «Әбдрәш» кооперативы картуф үҫтереүгә махсуслаша. Икенсе икмәкте үҫтереү өсөн иң элек дым кәрәклегенән сығып, Рамил Рәжәп улы ерҙәрҙе һуғарыу өсөн ҡоролма мотлаҡ икәнлеген аңлай.
Бында фермерға «Рәсәйҙә ерҙәр-ҙе мелиорациялауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамға килә. 65 гектарҙы һуғарыуға иҫәпләнгән мелио-рация проектының дөйөм хаҡы 10 миллион һум тәшкил итә, шуның 80 процентҡа яҡынын дәүләт субсидиялай.
Быйыл 65 гектар майҙандың 25 гектарын дүрт сортлы картуф биләй. Әйткәндәй, картуфлыҡ бөгөн шау сәскәгә күмелгән. Тағы 20 гектарында тары үҫә. Мал аҙығына сәселгән тары шундай матур булып күтәрелгән, башаҡтары ла тос күренә.
— Уны сенажға тип сәскәйнек. Мул уңышҡа өмөтләндергән тарыны, бәлки, игенгә лә йыйырбыҙ, тигән уй бар, — ти Р. Юлдыбаев.
Ҡалған өлөштө биләгән кәрешкә менән һолоноң уңышы ла ҡыуандыра. Уны мал аҙығына сабыу ҙа отошло, уларҙан һуң сәселгән люцернаның сығышы яҡшы. Төп культуралар йыйып алынғас, уға иркенләп үҫергә мөмкинлек буласаҡ һәм люцернаны киләһе йыл бесәнгә сабыу план-лаштырыла. Фермер билдәләүенсә, бесәнгә иң шәп культура икән люцерна.
— Был баҫыуҙарға грант аҡсаһына алынған үҙйөрөшлө һыу һиптереү агрегаты ярҙамында ике тапҡыр һыу һиптерҙек. Беренсе тапҡыр орлоҡ сәселеп, үҫенте яңы баш ҡалҡытҡан ваҡытта ямғыр эффектын биргән агрегат менән һиптерҙек, унан инде үҫемлектәрҙең тамыры нығынғас, һыу пушкаһы менән эшләүсе икенсеһен ҡулландыҡ. Агрегаттарҙың һыу һибеү миҡдарын автомат ярҙамында көйләргә була. Һыу ағымын ҡайһы яҡҡа йүнәлтеү ҙә үҙеңдән тора. Гидравлика менән йыһазландырылған машинаның шлангылары үҙаллы һуҙылып оҙоная бара һәм кире йүнәлешкә әйләнгәндә, үҙе үк йыйылып, урала. Һыу һурҙырыу өсөн дизель насос станцияһын да ошо программа сиктәрендә алдыҡ. Баҫыу буйлап 1543 метр оҙонлоҡта һыу үткәргес һалынған, 19 гидрант ҡуйылған, — тип аңлата Рамил Рәжәп улы.
Фермер хужалығы етәксеһе әйтеүенсә, был ҡорамал менән 100 гектар майҙанды һуғарырға мөмкин. Киләсәктә иһә ошо тирәләге 641 гектарҙы биләгән дүрт баҫыуҙы ла һуғарыуҙы ойошторорға пландар ҡора ул.
Сәсеү мәлендә баҫыуға минераль ашлама индереү ҙә үҙ һөҙөмтәһен биргән. Өҫтәүенә, быйыл сәсеүлек-тәргә индерелгән ашламаларҙың 75 процентын дәүләт субсидиялауы билдәле. Был һуғарыулы баҫыуҙағы бөтә культураларҙың да берҙәй мул уңыш вәғәҙә итеүендә сәсеүлекте кәртәләүҙең һөҙөмтәһе ҙур. Сөнки беҙҙә мал тапауҙан һәр хужалыҡ, һәр фермер йыл һайын ҙур зыян күрә.
— Ауыл хужалығы культураларын игеүҙә киләсәк — һуғарыулы баҫыуҙарҙа булыуы көн кеүек асыҡ. Рамил Рәжәп улының миҫалында был тәңгәлдә эшләргә теләк белдергәндәр бар. Мәҫәлән, фермер Сергей Старцев ошо йүнәлештә эш алып бара, уның баҫыуҙары Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашыуы менән ҡулай, — ти район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ғәлим Солтанов был ысулдың отошлолоғона баҫым яһап.

 
Рамиля Истанбаева, "Осҡон" газетаһы 
Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей