Баҫыуҙарҙа техника гөрләй

Яҙ ҡояшы йылы нурҙарын ергә һибеү менән район хужалыҡтары, фермерҙар баҫыуҙарҙы яҙғы сәсеүгә әҙерләү эштәренә тотондо. «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы сәсеүлектәрен дә иртәнән ҡар кискә тиклем тракторҙар иңләй.

   Кисәге көнгә предприятиеның яҙғыһын сәселәсәк 2800 гектар майҙанының 500-ҙән ашыу гектары тырматылғайны ла инде.

  Филиал етәксеһе З. В. Мусин әйтеүенсә, тырматыуҙа өс агрегат йөрөй. Т-150 тракторында Рәфҡәт Мырҙабаев,  МТЗ-ла Рәхимйән Хоҙайбиргәнов менән Илнур Саниев ерҙе сәсеү алдынан эшкәртә. Бөгөн Вафир Солтанов сәсеү алдынан культивациялауға сығасаҡ. Унан инде ошо  аҙна аҙағында мөһим эшкә — иртә яҙғы культуралар орлоҡтарын сәсеүгә төшәсәктәр. Иң беренсе булып, етенде сәсеү күҙаллана.

— Сәсеү агрегаттар тулы әҙерлектә. Ырҙын табағында орлоҡтарҙы ағыулау эше тамамланыуға яҡынлаша. Дым булғанда, орлоҡтарҙы ергә һалып ҡалырға кәрәк. Ошо ниәттә механизаторҙар ҙа иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙа тырышып эшләй, — ти Зәбир Вәкил улы. 

    Ер тырматыуҙа йөрөгән Рәхимйән Садик улы әйтеүенсә, ерҙә дым бар, быға һуңғы яуып үткән ҡар ҙа булышлыҡ иткән. Унан инде игендәр дәррәү шытып сығып, ваҡытында ямғырҙар яуһа, игенсенең түккән көсө бушҡа китмәҫ, баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрөрөрөнә ышаныс ҙур

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей