Баҫыуҙарҙа көрəш бара

Ауыл хужалығы эшсəндəре əлеге мəлдə көҙгө уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генə тимə, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйған иген, арыш, ҡояш ҡыҙы - көнбағыш, гəрсис, икенсе икмəк булып һаналған картуфҡа дəғүə итеүселəр күп. Төрлө бөжəктəр, ауырыуҙар менəн ваҡытында көрəш-мəһəң, уларҙың уңыш күлəменə кире йоғонто яһауын көт тə тор!

Баҫыуҙарҙы был йəһəттəн һаҡлау, сирҙəрҙе һəм ҡоротҡостарҙы ваҡытында тотоп ҡалыу өҫтөндə Рəсəй ауыл хужалығы үҙəгенең төбəк филиалы белгестəре ал-ял белмəй көрəшə. Үҙəктең үҫемлектəрҙе һаҡлау бүлеге республика баҫыуҙарында хəүефле ҡоротҡостар һəм үҫемлектəрҙə ауырыуҙар барлығын даими рəүештə күҙəтə. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо бөжəктəрҙең үрсеүенə, ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенə ҙур йоғонто яһай. Əгəр баҫыуҙа ҡоротҡостар күлəме хəүефле тип табылһа, урында химик эшкəртеү ойоштороу кəрəклеге тураһында баҫыу хужаларына хəбəр ителə. Йəғни ауыл хужалығы предприятиелары рөхсəт ителгəн препараттар менəн участкалағы ҡоротҡо старҙы юҡ итергə бурыслы. Көйөргəҙе районында ҡара сиңерткə таралыу ихтималлығы бар. Шуға билəмəлəр етди күҙəтеү аҫтында, баҫыуҙарҙа фитосанитар мониторинг уҙғарыла. Ҡара сиңерткə əлеге мəлдə республикала ауыҙлыҡланған. Күп хужалыҡтар кəрəкле эшкəртеүҙəр ҙə үткəргəн. Əммə, һауа торошо сиңерткəгə үрсеүгə булышлыҡ иткəн осраҡта хəлдең ҡапыл үҙгəреп китеүе ихтимал. Сөнки көҙгөлөк һалынған йомортҡаларҙан сыҡҡан ҡара сиңерткə тере бала тыуҙырыусыға əүерелə. Был осраҡта уның балалары тиҙ үрсей һəм иң йəш, йомшаҡ үлəнде генə ашап, сəсеүлектəргə ҙур зыян килтерə. Шуға баҫыуҙар даими күҙəтеү аҫтында.

Ярауай культуралар ҙа ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсəн. Ҡайһы бер баҫыуҙарға онло ысыҡ төшкəн, шул арҡала япраҡтар һарғая башлаған. Был күренеш тə уңыш күлəменə кире йоғонто яһауы ихтимал.

Республиканың ҡайһы бер райондарында дегəнəк күбəлəге күплəп осоуына күптəребеҙ шаһит. Уларҙың ҡаршылауыҡтары тиҙ үрсегəндə əсе борсаҡ, көнбағыш, шəкəр сөгөлдөрө һəм башҡа культураларға зыян килтереүе мөмкин.

БР буйынса Рəсəй ауыл хужалығы үҙəгенең Көйөргəҙе районы филиалы начальнигы Булат Ғафаров менəн сəселгəн баҫыуҙарҙың береһенə тикшереү менəн сыҡтыҡ. Белгестең төп эш ҡоралы – сүмес ау. Булат Ишбулды улы уның менəн ун аҙымға ун һелтəү эшлəй һəм ошо ысул менəн ҡоротҡостарҙың квадрат метрға популяцияһын билдəлəй.

Киров исемендəге хужалыҡ 150 гектарҙа көнбағыш сəскəйне. Бында Б. Ғафаров тарафынан дегəнəк ҡаршылауыҡтары булыуы асыҡланды. Улар тəүҙə сүп үлəнен ашай, аҙаҡ көнбағышҡа күсə икəн. Əле күбəлəктəрҙең икенсе быуыны өлгөрөп еткəн. Улар үҫемлектəр нектары менəн туҡлана һəм күп итеп йомортҡа һала.

Ə 7-10 көндəн һуң уларҙан ҡарышлауыҡтары барлыҡҡа килəсəк. Был иһə ауыл хужалығы культураларына ҙур зыян менəн янай. Шундай күңелһеҙ хəлде булдырмау өсөн Булат Ғафаров: «Ҡулыбыҙҙан килгəндең барыһын да эшлəйбеҙ», - ти.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей