Баҫыу эштәре бара

“ШЭ Р.В.Мөкминов” һәм Ленин исемендәге колхоз механизаторҙары ла (етәксеһе – Риф Вәкил улы Мөкминов) яҙғы баҫыу эштәрен тулы көсөнә алып бара. Хужалыҡтарҙа ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу һәм дым ҡаплау эштәре бара. Дым ҡаплауҙа Азат Йәрмөхәмәтов, Рушат Вахитов, Владимир Кириллов, Раян Суфиянов, Радик Ғөбәйҙуллиндарҙың агрегаты мәшғүл булһа, ужым бойҙайы баҫыуҙарында өҫтәлмә туҡландырыу эшен Рафаил Мәүлетов менән Юлдаш Мөрсәлимов алып бара.

Бөгөн хужалыҡта булып, Риф Мөьминов беҙҙе эштәр барышы менән таныштырҙы. Быйыл 840 гектарҙы биләгән ужым бойҙайынан тыш, 800 гектар арпа, ярауай бойҙайҙы – 100, көнбағышты – 480, шәкәр сөгөлдөрөн – 250, етенде 100 гектарҙа, ә соя (110 га) менән кукурузды (орлоҡҡа 40 га) тәүгеһенән сәсергә планлаштыралар.

Баҫыу эшсәндәренә төшкө һәм киске аш ойошторолған. Ашнаҡсылар Рима Бикбаева менән Эльвира Нафиҡова тәмле аштары менән һыйлай.

Эштәрҙе ял көндәрендә тамамлап, дүшәмбе сәсеүгә төшөргә планлаштыралар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей