Башланған эш бөткән эш

Йомаҡ ауылында 2014 йылда ойошторолған территориаль үҙидаралыҡ бөгөн уңышлы эшләй

Тәбиғәт, заман ҡаршылығына баш эймәҫ тәүәккәл, ныҡышмалы, сәмле халыҡ йәшәй бында. Уңыш-ҡаҙаныштарҙың изге маҡсаттарын уртаға һалып, төйәгебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтә улар.

Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй, фермер хужалыҡтары игенселек,  малсылыҡ менән шөғөлләнә.

Фермер хужалыҡтары етәкселәре лә халыҡ мөрәжәғәтен үтәүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәҙәниәт усағының буш торғаны юҡ, йыш ҡына артистар, йырсылар гастроль менән килә, ауыл клубында кисә, осрашыуҙар ойошторола. Үҙебеҙҙең көс менән кәсепселек - кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәнеп, бөгөн тәжрибәбеҙ менән ихлас бүлешәбеҙ. Башҡортостаныбыҙ, төйәгебеҙгә булған рәхмәт һүҙҙәрен ошо кейеҙҙә мәңгеләштерәбеҙ. Үҙебеҙҙә генә түгел, район кимәлендә уҙған һабантуй, фестиваль, конкурстарҙа  үҙ хеҙмәтебеҙ һәм талантыбыҙҙы күрһәтеп халыҡ алдында һынау тотабыҙ. Ураҙа, Ҡорбан ғәйетен бергәләшеп уҙғарыу ҙа изге йолаға әүерелде. Шуныһы ҡыуандыра: саралар ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгәндәрҙең ихлас һәм берҙәм ҡатнашлығында  уҙа.

2017 йылда “Урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу” программаһы сиктәрендә ауыл эсендә 1,5 километр оҙонлоғонда юл түшәлде. Ошо уҡ йылдың сентябрь айында иман йорто мәсет - төҙөлөшө башланды. Көндәр йылынғас был изге эш дауам итәсәк. Уны ауылдаштарыбыҙ көсө һәм тырышлығы менән теүәлләргә уйлайбыҙ. Тирә-йүнгә нур өләшеп, балаларыбыҙға дини тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур роль уйнарына ышанабыҙ.

Бергәләшеп, кәңәшләшеп эшләгән эш хәйерле була, тиҙәр. Ергән ауыл биләмәһе хакимиәте, ауылдаштар, бағымсылар ярҙамы менән сафҡа тапшырылған балалар уйын һәм спорт майҙансығы бәләкәстәр өсөн ҙур бүләк булды. Район Советы белгестәренең һәм етәкселәр  кәңәше дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итә. 

Ошондай мөһим маҡсаттарҙы атҡарып сығыуҙа урындағы үҙидара органдарының роле һәм ярҙамы ҙур. Халыҡ менән бер фекергә килеп уртаҡ маҡсаттар өсөн эшләү - заман талабы.

Тәнзилә  БАЙНАЗАРОВА, Йомаҡ ауылы территориаль үҙидаралыҡ рәйесе.

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей