Баш һау булһа – мал табылыр

Ауылдарҙа ла үҙ ҡурсалау яуаплы барһа ла, малҡайҙар өсөн карантин юҡ. Һарыҡ-кəзə, һəүкəште ҡышлатып, яҙғы үлəнгə сығарыу – хужа кеше өсөн ҙур ҡыуаныс. Йəшел
үлəн морон төртөп, бер аҙ күтəрелеп сығыуы менəн малды көтөүгə ҡыуырға ваҡыт етə. Хəҙерге заманда ауыы ерендə тырыш, ышаныслы көтөүсене табыу еңелдəн түгел. Шуға күрə,
районыбыҙҙың күп ауыл халҡы сиратлашып үҙҙəре көтə. Зəк-Ишмəт ауыл советы хакимиəте башлығы Илшат Зəйнəғəбдинов əйтеүенсə, ошо осорҙа көтөүлектəрҙе ойоштороу буйынса халыҡ йыйылышы үткəрергə ҡаралған. «Башҡа ерҙəрҙəге кеүек, беҙҙең ауылдарҙа ла көтөүсе табыуы ҡыйын, шуға мал тотоусылар араһында сиратлап көтөү ҡаралған. 2 баш
һыйырға 1 көн, ə кем үҙе көтə алмай,1000 һумдан алып 1400-гə тиклем түлəп, ауыл кешеһен яллайҙар. Себер яҡтарының эш хаҡына торошло бындай аҡсаны халыҡ үҙе риза бу-
лып түлəй. Һыйыр-һарыҡтарын ҡышсығарып, əле ашатыуға аҙыҡ еткерə алмаған, малды урам араһына сығарып ебəреүселəр ҙə бар. Əлбиттə, беҙ хəлде аңлайбыҙ, лəкин үҙҙəре
лə яуаплы булып, үҙ яйына йөрөүсе малды ҡараштырып торһон улар.Сөнки ҡарауһыҙ мал күрше-тирəкəртəһенə инеп темеҫкенеп йөрөй. Кеше менəн һүҙгə килешмəҫ өсөн
иғтибарлыраҡ булһындар ине хужалар», - ти Илшат Мəдиф улы. Ленин ауыл советы хакимиəтенə ингəн Бальза, Мəмбəтҡол ауыл көтөүҙəре ялан-ҡырҙар гиҙеп
тə йөрөй. Бөгөлсəндəр иһə 25-се апрелдəн малҡайҙарын йорт-ҡуранан сығарыуҙы планлаштыра. Яҡшымбəт ауыл хакимиəтенəн мəғлүмəттəр буйынса: Яҡшымбəт,
Түбəнге Бабалар, Ҡотлоюл ауылдарында көтөүсе яллап, уға эш хаҡы түлəһə; Абдул, Ҡарай, Үрге һəм Урта Бабаларҙа, Көйөргəҙе, Яҙлау
һəм Яҡуп ауылдарында сиратлап көтөү ойоштороласаҡ. Отрада ауыл хакимиəте мəғлүмəтенə ҡарағанда, ауылдар халҡы араһында көтөүлек-
тəргə сығарыу тураһында сходтар үткəрелмəгəн, шуға мал-тыуар хужалар ҡарамағында əлегə. Мораптал ауыл хакимиəте башлығы Аскар
Кинжəлиев белдереүенсə, ауыл советына ҡараған ауылдарҙа көтөү сығыу ваҡыты 1 май көнөнə һөйлəшелде һəм əле көтөүселəрҙе бил-
дəлəү бара. Керəүле-Илюшкин ауыл хакимиəте башлығы Игорь Ворошилов та ауылдарҙа көтөүлектəр əлегə сыҡмағанлығы тураһында хəбəр итте.
“Ауылдар «Наҡаҫбаш» дəүлəт заказнигы билəмəһендə урынлашҡас, тəүҙə ғариза яҙҙырыла, көтөүлектəрҙе сығарыу рөхсəт ителгəс кенə
сиратлап мал көтөү башлана”, - тинеул. 1-се майға тиклем был мəсьəлə хəл ителеүе күҙаллана. Свобода ауыл хакимиəте етəксеһе Фəнис Рахманғолов: «Кинйəа-
быҙ, Түкəн ауылдары 1 баш малға бер көн, Тимербайҙа мал һаны күберəк, шуға күрə 2 башҡа бер көн иҫəплəнгəн сиратлы көтөү була. Свободала əлегə халыҡ сходы булмаған,
шулай ҙа сиратлы көтөү ойоштороласаҡ. Кемдер көтə алмай икəн, 1200 һум түлəп үҙ сиратына кеше яллай», - тине. Таймаҫ, Илкəнəй ауылы советта-
рына ҡараған барлыҡ ауылдарҙа ла көтөү сиратлап көтөлə. Шундай заманалар башланды, ауылда ҡыҙыҡлы шөғөлдəр ҡаланан да күберəк булып китте. Мал, ҡош-
ҡорт тотҡан, баҡса үҫтергəн тырыш ауыл кешеһе был ҡатмарлы үҙ изоляция осорон еңелерəк кисерə; һыйыр малы тотҡандар, һөт аҙыҡтары
етештереп үҙҙəрен тəьмин итə. Кеше менəн мал башҡайҙары ғына иҫəн булһын, ҡалғаны үҙ яйын табыр.
Лилиə КƏРИМОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей