Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының күсмә кәңәшмәһе был юлы Әбүләис ауыл советында башланды, уның эшендә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, урынбаҫарҙары Тәлғәт Аҡбутин, Самат Йәрмөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Әбүләис ауыл биләмәһе башлығы Хөрмәтулла Ҡотошов территорияла башҡарылған эш һөҙөмтәләрен барлап күрһәтеү ниәтендә экскурсия башланы. Былтыр Малиновкала сельсовет бинаһына ремонт үткән – йылылыҡ селтәре, тәҙрәләр, ҡыйыҡ, солан яңыртылған, обойҙар йәбештерелгән, аҡланған-буялған һәм башҡа эштәр ойошторолған.
Малиновка ауыл мәҙәниәт йортонда район китапханалар селтәре Әлфиә Ҡорбанованың ҡорама эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен әҙерләгәйне. Әлфиә Энгельс ҡыҙы ошо ошо учреждениела директор, мәҙәни эштәр ойоштороусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы, биш бала әсәһе. Шиғыр-таҡмаҡтар ҙа яҙа, ҡашмау-һаҡал кеүек башҡорт милли биҙәүестәрен эшләүҙә оҫтарған. Район китапханалар селтәре директоры Әминә Әбсәләмова, форсаттан файҙаланып, “Ейәнсура еренең алтын мираҫы” биш номинацияла үтәсәк бәйге шарттары менән таныштырҙы, уның эсенә өлгөлө хужалыҡ, оҫта һәм уның эше, тарихи һәм тәбиғәт һәйкәле булырлыҡ урындар, ял урындары, һуғыш ауазы темалары ингән.

Ошонда уҡ “Алъян-Күл” туристик ял базаһы хаҡында коммерция ойошмаһының вәкилдәре һөйләне. Ял итеүселәр Бабайтау, Әбейтау тауҙарына менеп, күлдән карп, һаҙан, бағры балыҡтарын тотоп йөрөй ала. Туристик картаға байтаҡ ҡына хозур тәбиғәт мөйөштәре эләккән- ҡаланыҡылар ҡыҙығырлыҡ.
Артабан делегация Әбүләис сельсоветы үткән йыл ППМИ буйынса йыһазлагдырған спорт майҙансығына йүнәлде. Күпме ауыл биләмәһе бар, әммә бындағы спорт тренажерҙары һаны буйынса ла,сифаты буйынса ла барыһын да уҙған. Чебоксары ҡалаһынан ҡайтартҡандарынан тыш үҙҙәренең ҡул көсө менән турниктар, бәүелсәктәр, баҫҡыстар, үрмәләү арҡандары, йәнә бихисап уңайлыҡтар хәстәрләп ҡуйғандар. Барыһы ла бар! Ғаиләң, йә дуҫтарың менән кил дә, әйҙә, спорт менән саф һауала шөғөллән, кәүҙәңде тәртипкә килтер! Иң мөһиме - ксеһенән олоһона тиклем бында күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала. Текә! Бер тигән!
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре яҡты иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск ел-ямғырға бирешмәй, тирә-йүнгә йәм өҫтәп, ғорур ултыра.
Әбүләис сельсоветының заман менән бер аҙымдан атлауын ауыл ситенә ҡуйылған “Мин (йөрәк һүрәте) Әбүләйес” арт-объекты тулыһынса раҫланы. Башҡорт орнаменты, ҡурай һүрәте менән ҡаймаланып ҡуйылыуы айырыуса стилле төҫ бирә.

Әбүләис ауыл мәҙәниәт йортона 2014 йылда иң беренсе ППМИ аҡсаһына ремонт яһалған, бөгөн дә ял урыны бөхтәлек, йәм менән балҡый, дөрөҫ, яҡтыртыу лампалары көсһөҙөрәк, шулай ҙа бында бар әйбер хужа ҡулдары тәрбәиәләп тороуын һөйләй. Йәнә фойела бына тигән спорт тренажерына тап булдыҡ. Йәштәр үҙҙәре аҡса йыйылышып “груша” ла һатып алған икән. Әйткәндәй, был ауыл советында һатып алынған тренажерҙар хаҡы буйынса ҡиммәткә төшмәгән, ә бына сифаты буйынса Иҫәнғолдағы “Салауат” ФСК-һындағыларҙан ҡалышмай.
Әбүләис ФАП-на ла инеп сыҡтыҡ.Фельдшер Гөлнара Марат ҡыҙы Мусина утыҙ йылдан ашыу бында халыҡтың сәләмәт һағында. Мең ике йөҙҙән ашыу кеше фәҡәт бында тәүге ярҙам ала. Бер йәшкәсә һигеҙ бала ла күҙәтеүҙә. Йыл да йөклө ҡатындар ҙа иҫәптә тора, тимәк, биләмәлә тәбиғи үҫеш бара, халыҡ арта. Ике йыл үлем хәлдәре бөтөнләй булмаған, булғандары асылда ҡартлыҡ буйынса.

Район “Шишмәләр” бәйгеһенә иһә әбүләистәр “Ҡара һыйыр” шишмәһен төҙөкләндергәйне. Тарихы бар- Ергәйешкә килен булып төшкән ҡатын, урындағы халыҡтың бер көтөү малдарын, шул иҫәптән уның ҡара һыйырын ҡыуып алып киткән ҡалмыҡтарға барымтаға барыуҙы ойоштора һәм тегеләрҙең башлығын атып үлтерә. Был урында ике шишмә бергә ҡушыла, береһе иртә яҙҙа барлыҡҡа килә лә, һуңғараҡ ҡорой, ахыры, уныһы бары ҡар һыуы иҫәбенә йәшәй. Шишмә башына метрлыҡ бетон торба тошоргәндәр. “Таҙарт мине, бәндм, изге һыуымды һаҡла”, “Кеше хеҙмәтен хөрмәт ит, сүп-сарыңды ҡалдырма” кеүегерәк тәрбиәүи плакаттар ҙа беркетелеп ҡуйылған. Балаларға бәүелсәк ҡулайлаштырылған.Утыҙ кешенән дә кәм булмаған кеше һыйған беседкала ауыл биләмәһе башлығы Хөрмәтулла Ҡотошов халыҡ никах туйҙарын, әрмегә оҙатыуҙы, юбилейҙарын, башҡа ғүмер байрамдарын иркенләп үткәрә алыр, ти.

-Әбүләис халҡының барыһына ла айырмай ҙур рәхмәт, балалар, өлкәндәр ҙә килеп, өмәлә үҙ өлөшөн индерҙе.”Салауат” ЯСЙ-һы, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар Сергей Чекмарев техни яҡтан ныҡ ярҙамлашты, район юл-төҙөкләндереү идаралығы ҡом алып килеп йәйеп китте- уларға халыҡ рәхмәттәре яуҙы, -тип һөйләне ул.
Шишмә яңыртыуҙа трактор менән ярҙамлашҡан Вячеслав Хәбибуллинды ла барып күрҙек. Егет 2016 йылда “Салауат” ЯСЙ-һы эшмәкәрлеген башлаған. Туғыҙ миллион һумлыҡ комбайн алыуына ҡарағанда ла, эштәренең яҡшы барыуын төҫмөрләп була. Ике меңләп гектар еренә төрлө культуралар сәсеп, үҫтереү менән шөғөлләнә, мал тотмай. Баҫыуҙары Үтәғол ауыл советы территорияһында урынлашҡан.Халыҡтың пай ере өсөн ун берешәр тоҡ иген, бишәр литр көнбағыш майы өләшкән, был башҡа ауыл советтарындағы иҫәпләшеүгә ҡарағанда бик һәйбәт хаҡ -башҡа аграрийҙарға уйланырға урын бар. Халыҡты ризалата белә, тимәк, ҡулынан килә. Бынан тыш Вячеслав Хәбибуллин урындағы балалар баҡсаларына һәм башҡа приздарға мохтаждарға даими бағыусы ярҙамы күрһәтеүе менән дан ҡаҙанған, афарин. Мосолманда зәкәт биреү тигән йоланы үтәй егет, алған табышының ундан бер өлөшөн мәрхәмәтлеккә бирә, шуға ла эштәре уң бара. Беҙ барғанда 460 гектар баҫыуға химик утай тамамлап тора ине “Салауат” ЯСЙ-һы.

Күсмә кәңәшмә экскурсияһын алып барыу артабан Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы Сабит Фазлыевҡа тапшырылды. Сәфәр Иҙәш ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында элегерәк ремонт үткән үтеүен, әммә подрядсыларҙың эше ҡәнәғәтһеҙлек кенә тыуҙырған – йәм юҡ, бигерәк тә клубҡа ингән ер ҡотһоҙ, матурлыҡ юҡ.”Ғәмәлдәге эштәр” программаһы буйынса ла төҙөкләндереү эштәре үткән. Әйткәндәй, клуб, унан да бигерәк бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан китапхана ҡара һыуыҡ тип тормай (ете төрлө гәзит-журнал килә) бында халыҡ һуҡмаҡҡа туҙан ҡундырмай йыш йөрөй- концерттарҙы көтөп яраталар, ихлас алҡышлай беләләр, 170 урынлыҡ зал тулы була. 2017 йылда Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар тырышлығы менән “Иң яҡшы учреждение” исеме лә алған мәҙәниәт йорто, бүләккә аппаратура бирелгән. Йылылыҡ етмәй, өҫтәмә суйын батареялар кәрәктер, йылылыҡ селтәрен яңыртыу ҙа, ҡыйыҡты рәтләү ҙә, тәҙрәләр ҡуйыу ҙа хәлде бик үҙгәртмәне, башҡа яҡтан мохтажлыҡ кисермәйбеҙ, тине клуб хеҙмәткәрҙәре.
Иҙәш мәктәбенең баҡса майҙансығында булдыҡ. Ун бер йыллыҡ мәктәптә йөҙгә яҡын уҡыусы уҡый, бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан балалар баҡсаһына ҡырҡ бишләп бала йөрөй. Ике ҡатлы мәктәптең спорт залы ҙур, яҡты.
Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей