Бары тик алға, башҡа сара юҡ

«Ҡыуандыҡ» ЯСЙ-һында (етәксеһе Клара Солтанбаева) барлығы 125 баш эре мал аҫрала, 5 берәмек техника эшкә тотонола, 5 эшсе көсө менән хужалыҡ йәшәп килә. 45 гектар ерҙә судан үләне, 100 гектарҙа тәбиғи үлән үҫә (ҡышлауға мал аҙығы). Йәнә 40 гектарға ужым игенен сәсеүҙе планлаштыралар.

Эштәр көйлө барһа, кәйефтәр ҙә көр, тигәндәй, механизатор Мансур Хөсәйенов һәм төрлө эштәрҙә йөрөүсе Вәкил Аксурин беҙҙе яҡшы кәйеф менән ҡаршыланы. Комбайнсы Павел Поликанов та үҙ техникаһын ҡараштырып, төҙөклөгөн тикшереп йөрөй ине. Йәнә гаражда туҡ-туҡ килеп кемдәрҙер ниндәйҙер эш менән булыша.

Әнисә Бикташева. Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей