Барлыҡ сараларҙа ла теләп ҡатнаша!

Уларҙың костюмдары һоҡланып туймаҫлыҡ! Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылында йәшәүсе Фәймә Солтанова 78 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһендә генә түгел районда үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Күптән түгел «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсының тамамланыу этабында Көрмәнкәй ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшлек» фольклор ансамбле башҡорт йырҙарын башҡарыу һәләте менән берлектә ҡулдан сигелгән костюмдары менән дә йыйылыусыларҙы таң ҡалдырҙы.

- Беҙҙең ансамбль ветерандарҙан тора. Уның төп йүнәлеше – фольклор йырҙарын өйрәнеү, яңыртыу һәм үҫтереү. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ижади әүҙемдәр, репитицияларға даими йөрөйҙәр, яңы репертуарҙар һайлап, уңышлы сығыш яһайҙар. Тамашасылар уларға күп алҡыштар бүләк итә. Уларҙың костюмдары һоҡланып туймаҫлыҡ! Былар барыһы ла тегеү һәм сигеү оҫтаһы, бөтәһе лә яратҡан Фәймәнең хеҙмәте, - ти клуб мөдире Рима Рәхимова.

Элек фермала, баҫыуҙа эшләүселәр, уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң теләп сәхнәгә сығалар һәм беҙгә яҡшы кәйеф бүләк итәләр.

Татьяна Бусарева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей