Баллы тормош

Быуаттар дауамында ҡиммәтен юғалтмаған ризыҡтар бар. Шуларҙың береһе – бал. Уны һәр кем ярата. Быйыл умартасылар өсөн бик уңышлы булманы, тиһәләр, ҙә, төрлө төбәктә төрлөсә икән. Томансы ауылындағы умартасы Камил Исмәғилевтың ауыҙынан зарланыу һүҙе ишетмәнем.

Ауылда үҙҙәре өсөн генә умарта тотоусылар ҙа бар, байтаҡ хужалыҡтар ихласлап ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Шуларҙың береһе, Көнгәк урамында йәшәүсе Исмәғилевтарға “Көнгәк” хәбәрселәре юлланды. Урамдан уҡ бал ҡорттарының гөжләүе ишетелеп тора. Умарталар етәрлек кенә. «Бер кеше башҡара торған эш түгел, йәй буйы тотош ғаилә менән баҡсанан инмәйбеҙ, умарта эргәһендә ҡайнашабыҙ”, - ти Камил ағай. Ысынлап та, беҙ барғанда улы Айбулат рамдарҙың торошон ҡарай, ҡырып  таҙалап йөрөй, ейәндәре Аяз менән Арыҫлан, мыжғып осҡан ҡорттар сағыуынан ҡурҡмай, ҡартатаһы эргәһендә булаша ине. Тормош иптәше Фатыма Тимер ҡыҙы ла бергәләшеп ҡараша.

Исмәғилевтар нәҫеле  - умартасылар династияһынан. Камил ағайҙың ата-әсәһе Шәкирә инәй менән Рәфҡәт бабай, атаһы яғынан олатай-оләсәйҙәре лә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул халыҡта. Күңел һалып башҡарған был эш менән тормошомдо бәйләрмен тип уйламағандыр ҙа Камил ағай. 1975 йылда Аптраҡ мәктәбен уҡып сыҡҡас, Маяҡ һөнәри училищеһында -  водитель, 1986 йылда Бәләбәй ауыл хужалыҡ техникумында механик һөнәрен үҙләштерә. 1976 йылдан өс йыл әрме “һурпа”һын татый:  Амур йылғаһында (Ҡытай сигендә), Ҡара диңгеҙҙә ил һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Колхозда - хисапсы, бригадир, районда бобслей трассаһы төҙөлгәс, унда баш инженер булып эшләй, 1995-1999 йылдарҙа “Ағиҙел” колхозында рәйес вазифаһын  да башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-олатайҙар кәсебенә ныҡлап тотона. “ 39 йыл Фатыма апайығыҙ  менән бергә йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк ҡала яғына йәшәргә димләй ине, ауылға береккәнен һиҙмәй ҙә ҡалды”,- тип мут йылмая ағай.  Бына шулай саф һауалы, тыныс, матур тәбиғәт ҡосағында бәхеткә күмелеп йәшәй  Исмәғилевтар.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей