Балдан татлы

Яңы Муса ауылында ғүмер итеүсе Ғəлимовтарҙың бергə тиң ғүмер итеүҙəренə 50 йыл да булып китте. Əхмəзиə менəн Зифа 1968 йылда ғаилə ҡороп, яңы тормош юлдарын тəүҙə Күгəрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында башлай. 1981 йылда улар Яңы Муса ауылына йəшəргə күсеп килə. Ул саҡта «Таймаҫ» совхозы гөрлəп тора. Əхмəзиə хужалыҡта тракторсы, ə Зифа һауынсы булып эшкə урынлаша. Уларға йəшəү өсөн əҙер йортон да бирəлəр. Тейешле бөтə шарттар ҙа булғас, Ғəлимовтар ең һыҙғанып эшлəй. Əхмəзиəнең хеҙмəт кенəгəһендəге яҙыуҙан күренеүенсə, уның дөйөм эш стажы 40 йыл тəшкил итə. Ə Зифаныҡы - 30 йыл. Бына шундай матур тормошта йəшəп, эшлəп пенсияға сыға улар. Хəҙер бар шатлыҡтары - балалары, ейəн-ейəнсəрҙəре. Улар дүрт ул, ике ҡыҙ тəрбиəлəп үҫтерҙе. Хəҙерге көндə Ғəлимовтар 10 ейəн-ейəнсəргə олатай һəм өлəсəй. Барыһы ла үҫеп, уҡып, эшлəп йөрөйҙəр. Был - Əхмəзиə менəн Зифа өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Балаларыңдың балалары балдан татлы шул. Ғəлимовтарҙың иң ҙур бəхете шундалыр, тип уйлайым. Балалары менəн ейəн-ейəнсəрҙəре əйлəнгəн һайын атай йортона ҡайтып тора, ҡулдарынан килгəнсə атай-əсəйҙəренə ярҙам итə.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей