«Балаларым - минең бәхетем»

Быйыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдəлəне. Ҡыҙғанысҡа, ил һаҡлаусыларҙың бик күбе һуғыш яланында ятып ҡалды, ə иҫəн ҡайтҡандары ла хəҙер бик аҙ ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ араһында Ғизетдин Илбулов та бар ине. «Ине» тип яҙырға тура килə. Ауыр тупрағы еңел булһын. Ғизетдин Саҙрый улы Илбулов 1918 йылдың 22 декабрендə Яңы Мораптал ауылында ярлы крəҫтиəн ғаилəһендə тыуған. Тыуған ауылында 7-се синыфты тамамлағас, Киров исемендəге колхозда тəүҙə төрлө эштəрҙə ҡатнаша, ə 1934 йылда 16 йəшлек үҫмер тракторҙар бригадаһының хисапсыһы булып эшлəй башлай. 1938-1944 йылдарҙа əрме сафында хеҙмəтитə.Владивостокхəрби-техник училищеһын тамамлай, кесе лейтенант исемендə Хабаровск Үҙəк фронтының 354-се уҡсылар дивизияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ауыр яра алып, Иваново ҡалаһындағы 3825-се һанлы хəрби госпиталдə оҙаҡ ҡына ваҡыт дауаланғандан һуң 1944 йылдың мартында хəрби хеҙмəттəн бушатыла. Тыуған яғына ҡайтҡас, бер нисə ай дауаланғандан һуң, Таймаҫ урта мəктəбенə хəрби хеҙмəт буйынса уҡытыусы булып эшкə урынлаша. 1944 йылдың көҙөндə Үрге Мотал ауылы ҡыҙы Нурйыһан Сəлəхи ҡыҙы менəн өйлəнешеп, матур ғаилə ҡороп ебəрəлəр. Мөхəббəт емеше - ҡыҙҙары Тамараға ғүмер биреп, атай-əсəй булалар. 1946-1956 йылдарҙа Ғизетдин Саҙрый улы Көйөргəҙе районы əҙерлəүҙəр контораһы агенты булып эшлəй. 1956-1958 йылдарҙа «Көйөргəҙе» мал һимертеү совхозында хеҙмəт итə. 1958 йылда Илбуловтар ғаилəһе «Мораптал» совхозының Һалҡын Шишмə бүлексəһенə килеп урынлаша. Ғизетдин Саҙрый улы менəн Нурйыһан Сəлəхи ҡыҙы яратышып ғаилə ҡорғандан алып һуңғы көндəренə тиклем мөхəббəт усағын һүндермəйенсə һаҡлай. Улар һигеҙ балаға (ике ул, алты ҡыҙ) ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Балалары əлеге көндə барыһы ла иҫəн-һауҙар, төрлө яҡтарҙа матур ғаилə ҡороп йəшəйҙəр. Иң оло ҡыҙҙары Тамара һатыусы булып эшлəп хаҡлы ялға сыға, Өфөлə йəшəй. Улдары Йəҙкəр - Һалҡын Шишмə ауылында үҙ ғаилəһе менəн атай йорто тупһаһын һыуындырмайынса тормош йəмен белеп ғүмер итə. Нуриман 43 йыл водитель булып эшлəп, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға, Күмертауҙа йəшəй. Ҡыҙҙары: Фирҙəүес, Фəниə, Фəрзəнə ғаилəлəре менəн ошо уҡ ҡалала йəшəйҙəр. Нурия Ҡаҙағстанда йəшəй, пенсияла. Рəйсə Ташкентта урынлаша.

- «Балаларым - минең бəхетем», - тип ғорурланып йыш ҡабатлар ине атайым, - тип һөйлəй Нуриман Ғизетдин улы атай-əсəйҙəрен хəтергə алып һөйлəшеп ултырғанда. – Мин һуғышта ҡатнашыусы, тип күкрəк һуғып йөрөмəне ул. Атайым да, əсəйем дə киң күңелле, кешелəр менəн татыу булдылар, ярҙамсылдар инелəр. Бөтəбеҙҙең дə ҡəҙерлелəребеҙгə - атай-əсəйҙəребеҙгə беҙҙе кеше итеп тəрбиəлəп үҫтергəндəре өсөн рəхмə- тебеҙ сикһеҙ, сөнки һəр кем йəшəү программаһын бала саҡтан уҡ ғаилə тəрбиəһенəн ала. Тормош, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бəхет-шатлыҡтарҙан ғына тормай икəн шул. Атайыбыҙ хаҡлы ялға сығып ике генə йыл йəшəп ҡалды. Эйе, тормош байрамдарҙан ғына тормай. Ниндəй генə ҙур юғалтыуҙар менəн бирелһə лə, был Бөйөк Еңеү байрамы беҙгə тормош ауырлыҡтарын еңеүгə көс-дəрт, алдағы көндəрҙə матур, тыныс тормошта йəшəүебеҙгə ышаныс бирə.

 Кинйəғəли АБДУЛЛИН,

райондың почетлы гражданы

Күмертау ҡалаһы

Фото ғаилə архивынан

 

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей