Балалары - шатлыҡтары

Яңыраҡ Шәрип ауылында булып, күркәм ғаилә менән танышырға яҙҙы. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, ҡаршыһында бер нисә техника ҡуйылған Гүзәлиә менән Рәил Кәшәфетдиновтарҙың өйө әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора.

Беҙ барғанда уларҙың дүрт балаһы - Рөстәм, Әҙилә, Элина, Сәйҙә - өйҙә,  игеҙәктәр Фәнүр менән Фидалия уҡыуҙа ине. Хәҙер һеҙҙе фотоға төшөрәбеҙ, тигәс, ишек алды балалар тауышына күмелде. Бәхетле йорт, тип ҡуям эстән, күпме шатлыҡ-ҡыуанысты, күпме сабый моңон, күпме әсә менән ата хәстәрен үҙ эсенә алған.

Өлкән улдары Рөстәм 3 йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Хужабикә менән һөйләшкән арала аталы-уллы тракторҙа эш буйынса сығып та киттеләр. Ауыл ерендә ҡул ҡаушырып ултырыға ваҡыт юҡ шул. Алты баш һыйыр, быҙау-башмаҡтары, ваҡ мал, ҡош-ҡорт... Ҙур ғаиләгә майы-һөтө, ите лә кәрәк. Элина менән Сәйҙәгә ике генә йәш, ҡул араһына инергә иртәрәк, шуға ла өлкәндәр һәр эште бергәләп, берҙәм генә атҡарып сығарырға өйрәнгәндәр. “Иптәшем һыйыр һауа торған аппарат һатып алды, иртән сәй өҫтәле әҙерләүгә һыйырҙарҙы һауып та индерә”, - ти хужабикә һөйкөмлө генә йылмайып. Күҙ теймәһен, тиҫтә йылдар йәшәп, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт усағының һүрелмәүенә һоҡланаһың, шундай ғаиләләр күберәк булһын ине, тип теләйһең. “Арыҫлан урта мәктәбендә 6-сы класта уҡығанда уҡ, кәләш итеп алам үҙеңде, тип оялтып бөтә торғайны. Әрменән ҡайтып бер йыл эшләгәндән һуң, һоратырға килделәр”, - ти Гүзәлиә. 22 йыл ҡәйнә менән менән дуҫ йәшәй итәғәтле килен. Балалар ҙа тәүфиҡлы булып үҫкәндәр. 18 йәшлек Фәнүр Стәрлетамаҡта юрист һөнәрен үҙләштерһә, Фидалиә Салауат медицина колледжын һайлаған. Рөстәм менән Фәнүрҙең милли көрәш спортында Рәсәй кимәлендәге уңыштары хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар инде. “Ирем дә, үҙем дә ҙур ғаиләлә үҫкәнбеҙ. Балалар тауышынан өй гөрләп тормаһа, моңайып китәм. Бала – дауа бит ул. Улар менән йәшәрәм генә”,- тип йылмая ул. Кәшәфетдиновтар һымаҡ матур ғаиләләр күберәк булһын ине!

Ә. Имамова.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей