Бал ҡортондай егәрле ул

Ауылда умартасылыҡ - иң табышлы тармаҡ, тик был осраҡта үҙеңә лә бал ҡортондай егәрле булыу мөһим,  ти Тимер ауылы умартасыһы Камалетдин Ҡолдобаев. 

– 70 умартанан арттырырға тырышмайым. Шуға күрә яҡшы ҡышлап сыҡҡан ояларҙы яҙ һатып ебәрәм. Йыл һайын яҡшы уңыш алам, зарланған юҡ, барына шөкөр. Былтыр йүкә балы булманы, уның ҡарауы, күпләп сәскә балын бороп алдыҡ. Бал көсө менән генә йәшәп ятабыҙ. Йыл әйләнәһенә эше лә етәрлек уның, - ти ул. 

Эйе, илдәге көрсөк, эшһеҙлек заманында ауыл кешеһе тик мал, умарта, баҡса көсөнә генә таяна ала һәм үҙенә лә бал ҡортондай егәрле булырға ҡала. Бала саҡтан колхоз умарталығында эшләгән, ауылдың көслө ҡортсоһо булып танылған атаһы Сәләхетдин бабай кеүек, Камалетдин ағай ҙа иҫ белгәндән был кәсеп менән шөғөлләнә. Ҡасандыр 3 умартанан башланған шөғөл бөгөнгө көндә үҙ емештәрен бирә. 

- Былтыр балдың 3 литрын тәүҙә 3 мең, аҙаҡ 2 мең 500 һум менән һаттыҡ. Быйыл йыл һуңлап килә. Бал ҡорттары балды әлегә үҙҙәренә ашарлыҡ ҡына йыйып өлгөрҙө. Былтыр 15-20 июлдәрҙән ҡалмай бал борһаҡ, быйыл июль аҙағы-август баштарыһыҙ булмаясаҡ әле. Бал нисек булыр, фаразлауы ауыр. Һәр хәлдә яҡшыға өмөт итәбеҙ, - ти умартасы. 

А. АҠЫЕВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей