Бал ҡортон да ҡарайҙар, балаҫ та баҫалар, мал да аҫрайҙар...

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында һоҡланғыс, егәрле ғаилә йәшәй. Нурания һәм Наил Гилметдиновтар. Уларҙын ҡулдарынан килмәгән эш юҡ тип әйтһәк тә була. Уларҙын буш ваҡыттары юҡ. Һәр ваҡыт ниндәйҙер эш менән мәшғүлдәр. Эшебеҙ күп тип тормайҙар, һәр килгән кешегә яҡты йөҙ, тәмле ризыҡтары менән ҡунаҡ итәләр. Улар икеһе лә хаҡлы ялдалар, Нураниә өйҙә төрлө, күҙҙен яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтерә, бисер, алмаз , тамбурлы сигеүҙәр менән булыша. Наил балаҫ һуғыу станоктарын урынлаштырып Нурания матур балаҫтар, япмалар, шәлдәр һуғып эшләй. Көрөҫ эшләйҙәр. Бал ҡорттары ҡарайҙар, күп итеп мал аҫрайҙар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей