#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #ЕйәнсурарайоныСирғол

Хеҙмәт һәм тыл ветераны Бондарев Георгий ағай һуғыш осоро балаларының иңенә ниндәй ауыр яҙмыш төшһә, шуларҙың барыһын да лайыҡлы күтәргән ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе. Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмәткә лайыҡ. Дан һәм Хәтер йылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы оло юбилей миҙалын тапшырғанда тулҡынланыу, ғорурланыу тойғолары кисерҙе ветеран. Георгий ағай бөгөн дә теремек, ихлас, асыҡ күңелле, сәләмәт тормошта йәшәй. Тәбиғәттең ниндәй миҙгелендә лә балыҡҡа йөрөй, урманға сәйәхәт итергә ярата. Тормош иптәше Клавдия апай менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, 62 йыл ҡулға - ҡул тотоношоп ғүмер итәләр. Клавдия апай ҙа бер ҙә генә тик тормай: баҡса үҫтерә, ҡош - ҡорт тәрбиәләй, бәйләмен дә тота. Клавдия Михайловна "Чанджок" сыуаш ансамбленең әүҙем ағзаһы, ауылыбыҙҙа үткән һәр сараның уртаһында. Ансамбль етәксеһе Таисия Николаевна менән сәхнәлә лә, тормошта ла тығыҙ бәйләнештә улар, бер - береһенең хәлен белешеп бергә - бергә татыу ғүмер кисерәләр.
Киләсәктә лә ауырымай - һыҙланмай, ауылдаштарға сәләмәт йәшәү өлгөһө булып йәшәгеҙ һеҙ, хөрмәтле хеҙмәт һәм тыл ветерандары! Ауылыбыҙ йәмле һеҙҙең менән!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей