"АЙЫҠ АУЫЛ" РЕСПУБЛИКА БӘГЕҺЕ СИКТӘРЕНДӘ"ҠАТЫҠ БАЙРАМЫ" УҘҘЫ
04 февраля 2020
31 ғинуарҙа Ғафур ауылында халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе булған "Ҡатыҡ байрамы" уҙҙы
31 ғинуарҙа Ғафур ауылында халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе булған "Ҡатыҡ байрамы" уҙҙы. Был сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Айыҡ ауыл" республика бәгеһе сиктәрендә ойошторолдо.
Ғафурҙәр халҡы матур итеп әҙерләнгән.. Өҫтәлдәрендә ҡатыҡтың ниндәй генә төрө юҡ. Әсе ҡатыҡ, сөсө ҡатыҡ, аңғыра ҡатыҡ, төрлө емеш-еләк менән буталған ҡатыҡ төрҙәре бар ине. Байрам бик күңелле үтте. Ҡурай, баян, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы!
Туймазы хәбәрләре