Айыҡ ауыл

Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ,
- тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәр.
Был ауылда тәртипле, берҙәм халыҡ йәшәүе тураһында ишеткәнебеҙ булһа ла, бығаса бер ҙә юл төшмәне. Әле конкурста ҡатнашыуҙары хаҡында белгәс, унда йәшәүсе халыҡ, уларҙың көнитмеше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында ошо төбәккә юл тоттоҡ. Һарғайҙың активисы, һулып барған ауылға йән өрөүсе Фәрүр ағай Вәлитовҡа килеү маҡсатыбыҙҙы белдереп телефон аша һөйләшкәндә: “Айырым кемделер тәҡдим итмәйем, беҙҙә барыһы ла егәрле, етеш йәшәйҙәр, һәр береһе лә һөнәрле. Үҙегеҙ теләгәнен яҙырһығыҙ”, тигәс, күңелдә бер аҙ икеләнеү булһа ла, ауылға етәрәк был тойғолар юҡҡа сыҡты. Иҫәкәй яғынан Һарғайға боролоуға бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың скандинав таяҡтарында китеп барыуын күргәс тә улар янында туҡталдыҡ.
Әңгәмәселәрем араһында күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итә, йәшерәктәре лә бар.
- Хәҙер ныҡлы өс йыл ошолай шөғөлләнәбеҙ. Тәүҙә 5-6 кеше генә инек, хәҙер 10-дан ашыубыҙ. Көн һайын 5 километрлап юл үтәбеҙ. Ауыл эсендә лә йөрөйбөҙ, - тип һөйләне үҙҙәренең сәләмәтлектәренә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар.
Гүзәл заттар менән хушлашып ауыл башына килеп етеүгә геүләп шыуып йөрөгән саңғысыларҙы күреп йәнә туҡталдыҡ. Бәләкәй генә ауылдан саңғыны үҙ итеүселәрҙең шулай күп булыуы ғәжәпләндерҙе. Улар араһында ауыл мәсетенең имам-хатибы Венер Сәлимовтың булыуы ихтирамыбыҙҙы арттырҙы. Спорт һарғайҙар өсөн ят күренеш түгел икән. “Йәй ваҡыт эләкмәһә лә, ҡышын мал ҡарағас, кемдер эшкә китә, хаҡлы ялдағылар ошолай
саңғыларҙа шыуырға сығабыҙ. Тау-урман яғына беҙҙең саңғы трассаһы ла һуҙылған”, - тине улар.
Рәүҙәк йылғаһы туңыу менән каток эшләп ҡуйғандар. Каникулда унда балалар шыуып кинәнә. Был да йыл һайын ойошторола торған эш.
Ауыл башындағы волейбол, футбол уйнау өсөн майҙансыҡ та халыҡтың яратҡан урыны. “Унда элек беҙҙең атайҙар спорт менән шөғөлләнгән. Үҙебеҙ ҙә шунда футбол, волейбол уйнап үҫтек. Киләсәктә заманса итеп ҙур спорт майҙансығы булдырырға ине” , - тип ниәттәрен дә әйтеп алды әңгәмәселәрем. Шуға һарғайҙарҙың спортта әүҙем булыуҙары ла ғәжәп түгел. Үткән аҙнала ғына Маҡарға мини-футбол буйынса ярышҡа барып ҡайтҡандар, унан алда волейбол уйыны ла бик сәмле үткән. Спортта ғына түгел, үҙҙәрендә клуб булмаһа ла, йыр-моңға дәртле халыҡ йәшәй бында. Әсәйҙәр көнө уңайынан Маҡарға барып концерт күрһәткәндәр.
Спорт, физкультура тән сәләмәтлеге өсөн мөһим булһа, дин күңел таҙалығы өсөн кәрәк. Бер нисә йыл элек халыҡ тырышлығы менән иман йорто һалынған. Ул хәҙер ауылдың ҡотон-бәрәкәтен арттырып тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.
- Иманлы булып, матур итеп йәшәргә ынтылырға кәрәк. Әҙәп кешенең ғүмерен оҙонайта. Ауылыбыҙҙа халыҡ йома намаҙҙарына йөрөй, ғәйет байрамдары үтә, сабыйҙарына исем ҡуштырырға ла киләләр. Пандемия ваҡытында ғына мәсеткә йөрөүселәр һүлпәнәйҙе. Ләкин был беҙҙең сәләмәтлекте һаҡлау өсөн кәрәк ине , - тине мәсеттең имам-хатибы Венер хәҙрәт.
Мәсет эргәһенә генә балалар майҙансығы ла эшләнгән. Уның тап ошонда ҡоролоуы ла юҡҡа түгел – балалар бәләкәйҙән аҙан тауышын ишетеп үҫһен тигән теләктә башҡарылған.
Һарғай ҙур ауыл түгел. Бында яҡынса 70 йорт иҫәпләнә, 100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡасандыр һүнеп барған ауылдың күҙгә күренеп
үҙгәреүен, уға йән инеүен һарғайҙар Фәрүр Вәлитовтың ауылға ҡайтыуы менән бәйләй.
- Һарғайҙы перспективаһыҙ ауыл, бер ҡасан да бында ҡайтмаҫмын тип сығып киткәйнем. Иң беренсе булып Фәрүр Вәлитов ҡайтып, ауылды күтәреүгә ҙур көс һалды. Унан уңдыҡ тип әйтә алабыҙ. Ысынлап та йыш ҡына башҡа ауыл халҡынан “Һарғайҙарҙың Фәрүрҙәре бар бит!” тиеүҙәре юҡҡа түгел. Сит ауылға барғанда урам тирәһендә сүп үләндәре үҫеп йәмһеҙләп ултырған ерҙе күрһәм : “Һеҙҙең Фәрүрегеҙ юҡмы әллә?” тип һорап ҡуям. Ауылда тәртиптең көслө булыуында, халыҡтың берҙәмлегендә Фәрүр Вәлитовтың әһәмиәте ҙур, - тип һөйләне бер нисә йыл элек ауылда төпләнеүсе Әнисә Хөсәйенова.
Һуңғы йылдарҙы алып ҡарағанда ғына ла Һарғайҙа ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Интернет үткән, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса быйыл урамға асфальт юл һалынған. Күҙгә күренеп күркәм йорттар ҡалҡыуы, яңы урамдар барлыҡҡа килеүе лә Һарғайҙың өмөтлө киләсәген фаразлай. “Беҙҙең ауылда барыһы ла бар. Газ һәм клуб ҡына юҡ. Зәңгәр яғыулыҡ уңайлыҡтары булғанда йәштәр күберәк ҡайтырҙар ине”, - тигән теләктәрен белдерҙе һарғайҙар.
Халыҡ үҙе быраулап һыуын хәстәрләгән. Һәр йортта йылы һыу, душ, башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Эшһеҙ кешене күрмәҫһең. Күп балалы йәш ғаиләләр булыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Мәҫәлән, Гөлиә менән Таһир Усмановтар бына тигән өс малай үҫтерәләр, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.
- Үҙем ошо ауылда тыуып-үҫтем. Ситтә лә эшләргә тура килде. Ләкин иң яҡшыһы Һарғайҙа икәнлеген тиҙ аңланым. Күпләп һыйыр, йылҡы малы аҫрайбыҙ. Умарталар алып, был эштең нескәлектәрен дә өйрәнә башланым. Быйыл беренсе тапҡыр үҙебеҙҙең балды тәмләнек, - тип һөйләне Таһир Хәйҙәр улы.
Һәр уңыштың нигеҙендә хеҙмәт ята. Ҙур матур йорт, ихаталағы трактор, йөк һәм еңел машиналар - былар барыһы ла хужаларҙың егәрлелек билдәһе.
Балалары ла уңыштары менән шатландыра. Һәр береһенең үҙенең һәләте. Өлкәне Вилнур техника яғына оҫта, аттар ҡарағанда ла атаһының уң ҡулы, уртансылары Айнур спортты үҙ иткән, кеселәре Тимур ҡурайҙа шәп уйнай. Әйткәндәй, Таһир Хәйҙәр улы үҙе лә оҫта йырсы һәм гармунсы.
Зөбәржәт һәм Әйүп Ибәтуллиндар умарта оҫталары булып сыҡты. Улар Һарғайға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтып төпләнгән.
- Умартасылыҡ – бала саҡтан һеңгән шөғөл. Элек атайым да умартасы булды. Миңә ҡарап хәҙер улыбыҙ ҙа ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына. Уның да ауылға ҡайтып йорт һалыу дәрте бар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙә шарттар уңайлы. Йүкәлек күп. Үҙебеҙҙән артҡанын баҙарҙа һатып торған юҡ, таныштар алып бөтә, етмәй ҙә ҡала әле ул, - тип һөйләне Әйүп Мөхәмәт улы.
Ҡайһы йортҡа инһәгеҙ ҙә, донъялары ҡарап торорлоҡ , тиеүҙәре дөрөҫ булып сыҡты. “Пенсия яҡшы, барыһы ла етә, тип нисек мал да аҫрамай йәшәйек инде?” тиҙәр һарғайҙар. Минзилә менән Фәим Ғарифуллиндар күпләп ҡош-ҡорт, айырыуса күркәләр тота. Быйыл да 30-лап күркә үҫтергәндәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре 18-19 килограмға еткән.
Ауылдың йәнә бер егәрле ғаиләһе Әминә менән Ғайзулла Усмановтарҙың донъяһын да күреп сыҡтыҡ. Улар оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас ауылға ҡайтҡандар. Был ғаилә лә ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Һөтлө кәзәләр аҫрайҙар, үҙҙәре өсөн ҡымыҙын да яһайҙар, башҡа һөт ризыҡтарын да әҙерләйҙәр. Ғайзулла Хәйрулла улы умартасылыҡҡа ла ихлас тотонған.
- Атайымдың нигеҙен юғалтмайыҡ, тип уның өйө урынына яңы йорт төҙөнөк. Тәүҙә ҡайтып ҡына йөрөрбөҙ, тип башлаһаҡ та, ожмах кеүек матур урында ултырған ауылыбыҙҙан китә алманыҡ, - тиҙәр Усмановтар.
Әйткәндәй, Ғайзулла ағай ауылдың старостаһы ла, 70 йәштә булһа ла саңғыла ла йәшерәктәрҙән ҡалышмай йөрөй әле ул.
Ауыл кешеһе йәйге осорҙа баш күтәрмәй эшләһә лә, ҡышын бер аҙ иркенләп тын алырға форсат тыуа. Шул ваҡытта ҡатын - ҡыҙҙар бәйләм
тотоп бер-береһенә кис ултырыуға йөрөйҙәр. Һарғайҙа бындай кисәләр йыр-моң менән, йомаҡтар ҡойоп бик күңелле үтә.
Шуғалырмы бәйләм оҫталары ла байтаҡ был ауылда. Уларҙың береһе Һарғай килене Гөлгөнә Ситдиҡова менән таныштыҡ.
- Үҙемде белә-белгәндән бәйләйем. Минең өләсәйем дә оҫта бәйләй торғайны. Район кимәлендә уҙғарылған “Торатау мираҫы” фестивалендә ҡул эштәрем менән 2-се урын яуланым. Шулай төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торам, - тине Гөлгөнә.
Ултырғыс япмалары, тапочкиҙар, сувенирҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Һәр береһе үҙенсә биҙәк менән күңел һалып эшләнгән. Гөлгөнәнең эштәренә һорау ҙа ҙур. Яңы йылға бүләккә тип бәйләтеүселәр ҙә аҙ түгел. Шуға кистәрен ваҡыт эләгеү менән бәйләм оҫтаһы тиҙерәк ҡулына энәләрен ала.
Ауылды егәрле, тырыш кешеләре күтәрә. Улар күберәк булған һайын ауылдың да көсө-ҡеүәте арта.
Һарғай тураһында мәҡәлә яҙып, ғүмер буйы ауылым тип йәшәгән Фәрүр Вәлитов тураһында әйтмәү мөмкин дә түгел.”Үҙемде генә уйлап йәшәй алмайым , ауылым минең өсөн һәр саҡ төп урында ”, - ти ул. Үҙен күрһәтергә бик яратмаһа ла, унан тыуған ауылына ҡайтып эш башлаған мәлдәрен һөйләүен һораныҡ. Тормош иптәше Дилара Сәлимйән ҡыҙы менән өйләнешеп, ике балалары донъяға килгәс, 1991 йылда Һарғайға ҡайта улар. Районда беренсе булып Фәрүр Мансур улы крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора. Фермер булып китә тип әйтеүе генә еңел. Эргәһендә уны аңлаған, таянысы була белгән ҡатыны барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. “Ҡатыныма һәйкәл ҡуйырлыҡ”, - ти Фәрүр ағай бөгөн шул йылдарҙы хәтергә алғанда . Яйлап фермер хужалығы үҫә, трактор, йөк машинаһы алыуға мөмкинлек тыуа. Күпмелер ваҡыттан ҙур итеп йорт бөтөрөүгә өлгәшәләр. Һарғайҙа өс балалары үҫеп буй еткерә. Хәҙер инде уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған.
Бынан бер нисә йыл элек Фәрүр Вәлитов “Һарғай” ауыл хужалығы кооперативын төҙөп ебәргән. Уның эсенә крәҫтиән-фермер хужалығы ла, ауылдағы шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар ҙа инә. Әлеге көндә улар мал, бигерәк тә аттарҙы үрсетеү йүнәлешен маҡсат итеп алған. Шул уҡ ваҡытта Фәрүр Мансур улы ағас эшкәртеү буйынса ла эш алып барырға өлгөрә. Ауырлыҡтар алдында һынып ҡалмауы, алдына ҡуйған маҡсатына ирешә белеүе арҡаһында әллә күпме ауылдаштарын
эшле иткән замандашыбыҙ.
Йәнә лә бер изге эш башҡара ул. Милли эсемлегебеҙ - буҙаны сығара башлауы айыҡлыҡты пропагандалаусы бер ғәмәл булып тора. Махсус һауыттарға, этикеткаларға заказ биреп, уны етештереүҙе рәсмиләштергән.
- Күршеләге еңгә менән Әбйәлилгә барып буҙа яһарға өйрәнеп ҡайттыҡ та эшкә керештек. Әлеге көндә уны заказ буйынса әҙерләйбеҙ. Һабантуй кеүек күләмле сараларға буҙаға һорау һәр ваҡыт ҙур. Был эсемлекте балаларыбыҙ ҙа оҡшата. Әле яңы ғына ейәнсәрем “Өләсәй, буҙа бармы ул?” тип һорап йөрөй ине әле, - ти йылмайып Дилара апай.
Үҙебеҙ ниндәй өлгө күрһәтһәк, йәш быуын шуны һеңдереп үҫә. Өҫтәлебеҙҙә милли эсемлегебеҙ ултырһа, балаларыбыҙ ҙа уны беләсәк, яратып эсәсәк. Ошо рәүешле онотолоп барған милли эсемлектәрҙең мәртәбәһе күтәрелә.
- Беҙҙең ауыл күптән инде айыҡ ауыл. Эскән кеше булмағас, суррогат алкоголь һатыу нөктәләре лә юҡ. Ауылыбыҙҙың ҡотон ебәреп эсеп йөрөүселәрҙе лә күрмәҫһегеҙ. Шуға беҙ “Айыҡ ауыл”конкурсында еңеүгә лайыҡлы, - ти һарғайҙар.
Һүҙҙә генә түгел, үҙҙәренең тормош рәүеше, ғәмәлдәре менән быны туҡтауһыҙ иҫбатлап йәшәй Һарғай халҡы. Район кимәлендә уҙғарылған төҙөкләндереү буйынса конкурста ауылдың йыл һайын алдынғы урындарҙы яулауында ла алға ынтылыш күренә. Һарғайҙар өлгәшелгәндә генә туҡталып ҡалмаҫ әле.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей