АУЫРЛЫҠТАР СЫНЫҠТЫРА

Һуғыш ветерандарының сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Ә беҙҙең Шәрипҡол ауылында бөгөнгө көндә береһе лә ҡалманы. Нимә эшләйһең инде, тормош ҡануны шундай... Һуғыш бөткәненә лә 74 йыл үтеп киткән бит. 
Ә яралар һаман уңалмай. Яңыраҡ ауылдашым, тыл вете­раны Зариға әбей Кәримова Өфөнән ҡайтып төштө. Үҙем етәкләгән 6-сы класс уҡыусылары менән уның хәлен белергә барҙыҡ. Зариға Ниғә­мәт­йән ҡыҙы 1928 йылда Олокүл ауылында тыуған. 7 балалы ишле ғаиләнең тормошо бик еңелдән булмаған. Ҡыҙсыҡ биш кенә йә­шендә атайһыҙ ҡала. Ғаилә баш­лығы шахтала эшләгән. Бик оҫта ҡуллы, уңған булған ул. Аталарын юҡһынып:
- Самауырҙар ҡайнамай
Күмерҙәре булмағас.
Атаҡайым үлеп китте
Ғүмерҙәре булмағас, - тип һең­леһе менән йыр ҙа йырлағандар.
Уҙамандың әсәһе бик дини ҡа­тын булған. 12 йәштә тота баш­ла­ған ураҙаһын бала имеҙгәндә генә түгел, оло йәшендә лә ташламаған. 
Уҙамандың үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ҡырмыҫҡалы ауылына 5-се класҡа уҡырға бара. Һалам башлы һыуыҡ мәктәптә белем алырға тура килә. 
- Бер аҙ йылыныр өсөн утынды хатта урмандан ташый торғайныҡ, - тип хәтирәләргә бирелә Зариға әбей. – Тик уҡыуҙы туҡтатып то­рорға тура килде, ике йыл колхозда хеҙмәт иттем, һуңынан уны бары­бер дауам иттем. Һуғыш ваҡы­тында беҙ нимәләр генә эшлә­мәнек инде, балаҡайҙар, һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Машина менән иген килтерәләр ине. 60-лап ҡапсыҡ бушата торғайныҡ. Тары, бойҙай утарға ла, урман ҡырҡырға ла йөрөнөк... Илебеҙ фашистар менән алышта еңһен тип ҡулы­быҙ­ҙан килгәнсә тырыштыҡ. Кол­хозда һәйбәт эшләгәндәрҙе  –  ҡыҙыл, насар эшләгәндәрҙе ҡара таҡтаға яҙып ҡуялар. Береһе лә асыуланмай. Колхоз рәйесе үҙе лә таҡмаҡтар сығарырға әүәҫ ине:
Махра тартып, ләстит һатып,
Правлениела ултырма.
Юҡҡа-барға тартҡылашып,
Ваҡытыңды уҙғарма.
Һуғыш бөтөүен район үҙәгендә үткән йыйылышта белдек. Беҙҙең нисек шатланғанды күрһәгеҙ икән! 
Зариға әбей Шәрипҡол ауы­лына 1951 йылда килен булып төшә. Буласаҡ тормош иптәше Түрйән Динислам улы кәләште йолаһына тура килтереп алып ҡайтҡыһы килә, тик әсәһе ауырып китә. Зариға әбей уны ҡараша, шулай татыу ғаилә булып йәшәп китәләр. Алты балаға ғүмер биреп, тәр­биә­ләп үҫтерәләр. Барыһын да башлы-күҙле итеп, оло тормошҡа оҙа­талар. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәр­ҙәре – уҙамандың төп бай­­лығы һәм ғорурлығы. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Фаилә ҡыҙы ғына иртә баҡы­йлыҡҡа күсә.
Еңеүселәр быуыны вәкиле Зариға әбейгә әле 90 йәш булһа ла, йор һүҙле, бай телле, көслө рухлы булыуы, үҙ-үҙен ҡарай алыуы һоҡландыра. Ғүмер юлы тура­һында байтаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты тыл вете­раны, ба­лалар был осрашыуҙан фәһем алғандыр, тигән өмөт­тәмен. Беҙҙе оҙатҡанда тормош­тоң ҡәҙерен белегеҙ,  тип теләне.
 

Фирүзә  Ғирфанова.
Шәрипҡол ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей