Ауырлыҡтар алдында баҙамаған

“Әлимғужин” фермер хужалығы етәксеһе Салауат Ишбулат улы үҙ эшен асыу тураһында 2011 йылда ҡарар ҡабул итә. Тейешле документтар юллап, бер йыл уҙғас, пай ерҙәренән тупланған 300 гектар майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Быға тиклем дә хеҙмәт биографияһы ауыл хужалығы менән ныҡлы бәйле булыуы көс өҫтәгәндер. Бөгөн сәсеүлектәр майҙаны - 850 гектар. Шәрип, Смаҡ, Исламғол, Яңауыл халҡы, фермерға ышаныс белдереп, үҙ ерҙәрен тапшырған. Биләмәлә тағы ла 3 фермер эшләүен күҙ уңында тотһаң, пайсыларҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн эште сифатлы ойоштороу мөһимлеген аңлайһың.

Ижади төркөм барғанда Салауат ағай келәттә культураларҙың нисек ҡышлауын тикшереү менән мәшғүл ине. Орлоҡҡа тип һаҡлауға һалғандары ла, сығымдарҙы ҡаплау өсөн һатыуға тәғәйенләнгәндәре лә яҡшы торошта. Өйөм-өйөм ятҡан орлоҡтарҙы быйыл бер ҙә булмаған ҡар һырынды менән сағыштырҙым.

Салауат ағай үҫемлекселек менән малсылыҡты бергә алып бара. Был ысул тармаҡтың килемле эшләүе, үҫешенә булышлыҡ итеүе сер түгел. 2014 йылда Тәүәкәндән һатып алынған тоҡомло малды үрсетеп, бөгөн уларҙың һанын 75-кә еткергән, ҡышҡы үрсем алыу уңышлы дауам итә.

Сафҡа тапшырылыуына күп ваҡыт үткән малсылыҡ объекттары даими ремонт, технологиялар яңыртыу талап итә. Бөгөн атайҙарының уң ҡанаты  - улдары Руслан һәм Айрат, йәш белгестәр тармаҡты үҙ иткән.

Киләсәккә маҡсаттары асыҡ Әлимғужиндарҙың: мал һанын, малсылыҡ объекттарын арттырыу, ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеү, төрлө йүнәлештә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеү һәм, әлбиттә, яңы техника һатып алыу. Бөгөн машина-трактор паркында миҙгел эштәрен үҙ көсө менән атҡарыу өсөн тейешле техника тупланған.  Әлбиттә, үҫеш юлынан барған фермер улар менән генә сикләнеп ҡалмай, мал аҙығы әҙерләү өсөн дә заманса техника алыуҙы хәстәрләй.

Бына ошондай маҡсаттар менән йәшәй ябай ауыл крәҫтиәне. Уға уңыштар юлдаш булһын, тип теләйек.

Р. Сибәғәтуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей