АУЫР МИРАҪ

Ул беҙҙе һалҡын ғына ҡаршы алды. Ниндәйҙер шөбһәме, үпкәме бармы кеүек ине үҙендә. Ермолаево спирт-араҡы комбинаты. Дөрөҫөрәге, унан нимә ҡалған - шул. Теге саҡ, халыҡ араһында һүҙ үтә ныҡ ҡуйырғас (заводты талап бөттөләр, һаман талап яталар), район башлығы, аптырғандандыр инде, завод буйлап экскурсия ойошторорға булғайны - үҙегеҙ күрегеҙ, тотоп ҡарағыҙ. Бөгөн ошо экскурсия булды. Припять буйлап та экскурсия яһайҙар, бөгөн барыһында ла әҙәм ташлап ҡасҡан ҡала буйлап йөрөгәндәй хис тыуҙы. Ветерандар, ошо заводта эшләп киткәндәр, район хакимиәте, журналистар.... Бөтәһе лә башын сайҡаны, ностальгияға бирелгәндәр ҙә күп булды (танауҙы ярып барда еҫе килеп инде, һаман еҫе бөтмәгән икән, әллә шул еҫтән, әллә башҡаһынан кемдеңдер күҙе йәшләнде). Лимонад ҡоя торған цех юҡ - алып киткәндәр, араҡы яһай торған яңыраҡ бер цех та юҡ, иҫке ҡорамалдар барыһы ла иҫән, хатта кресло, өҫтәл һымаҡ мөлкәт тә тере. Юлай Ильясов, башлыҡ булып килгәс тә, Р, Хәбировҡа: бирегеҙ беҙгә спиртзаводты тигәйне. Бирҙеләр. Был ауыр мираҫ менән нимә эшләргә икәнен асыҡ ҡына береһе лә аңламаһа ла, алдылар, ҡул ҡаушырып тик ултырғансы, нимәлер ҡыялтып ҡарарға кәрәк. Юлай Талха улы: белеп тора инем, үҙ елкәмә үҙем теләп артыҡ ҡамыт аҫам, шулай ҙа тик торғандан әрләнгәнсе, нимәлер эшләп ҡарап әрләнәйем тигән ҡарар ҡылдым, тине. Нимәнән сығып заводты яптылар (был турала әллә нисә яҙылды): Рәсәй региондар буйлап спирт сығарыуға лимит ҡуя, Башҡортостанға фәләнсә гекалитр, мәҫәлән, шунлыҡтан, Ермолаево заводы һәм башҡа әллә нисә завод юҡҡа сыҡты - артыҡтар. Унан килеп, бындағы ҡорамладар ҡот осҡос иҫке, ундайҙар менән хәҙер эшләмәйҙәр. Барыһы ла автоматикаға күсеп бөттө - ана, Булгаковолв шундай заманса завод төҙөлөп ята. Элек мең кеше эшләй торған эште, йөҙ кеше генә эшләй ҙә ҡуя..
Тулыраҡ был экскурсия тураһында киләһе һанда була.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей