Ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре

Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк

Миңә һинән бер ни кәрәкмәй...

Күршеләргә йомош менән инһәм, инәй менән бабай ошо йырҙы тыңлай-тыңлай сәй эсеп ултыралар. Ә бит ысынлап та, улар бер-береһенә бүләк булып ғүмер кисергәндәр. Һүҙем - Һәргәй ауылының хөрмәтле кешеләре Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе тураһында. Әхәт Алтынғужа улы 1937 йылда Үрге Таш ауылында донъяға килгән. Ул ғаиләлә бер генә бала була. Атаһы улына 9 ай тигәндә әрме сафтарына алына. Өс йыл хеҙмәт итеп ауылына ҡайтып килгәндә, кире бороп Фин һуғышына алып китәләр. Уға тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әхәт бабай үҫмер сағынан бөтә ауыр эштәрҙе эшләй. Урманын да ҡырҡа, төҙөлөштә лә эшләй. Тормош иптәше Бибисара инәй 1943 йылда Тажетдин һәм Ғафиә ғаиләһендә ун бишенсе бала булып донъяға тыуа. Биш балалары вафат була, унауһы иҫән ҡала. Ауыр һуғыш, аслыҡ йылдары был ғаиләне лә урап үтмәй. Бибисара инәйгә алты ғына класс уҡырға насип була. Йәш кенә килеш сөгөлдөрөн дә утаған, бесәнен дә эшләгән, Кинйәбай ауылында һарығын да ҡараған. Ун һигеҙ йәше тулмаған сибәр ҡыҙға Әхәт  исемле егеттең күҙе төшә. Улар, бер-береһен оҡшатып, 1961 йылда өйләнешә. Бына инде 58 йыл бергә иңде-иңгә терәп ғүмер кисерәләр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы ете балалары тыуа. Шуларҙың бишәүһе иҫән-имен, атай-әсәйҙәрен ҡыуандырып йәшәйҙәр. Әхәт һәм Бибисара Ҡунаҡбаевтар ҡартайҙыҡ тип тик ултырмайҙар. Баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Мин ауылыбыҙҙың йәме булған ошо ғаилә менән һоҡланам, уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Илүзә Көҫәпова.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей