Ауылдаштарына үрнәк булып

Мәйгәште ауылында ғүмер кисергән Римма менән Нәсих Ноғомановтарҙың йәшәү рәүеше, татыу ғаиләһе башҡалар өсөн өлгө.Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫкән. Матур йәшлек йылдарында дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтергә вәғәҙә бирәләр. 1981 йылда гөрләтеп туй уҙғаралар. Йәштәр бәхет эҙләп ҡырға китмәй, бер һүҙҙән булып тыуған ауылдарында төпләнергә ҡарар итә.

Ғаилә башлығы Нәсих Рәйес улы леспромхозда эшләй. 17 йыл дауамында ҡышҡы һыуыҡта, яҙғы-көҙгө бысраҡ осорҙа ағас әҙерләүҙә тракторҙа йөрөй. Леспромхоз бөткәс, тәжрибәле, ипле эшсегә «Агролес», «Орлец» предприятиеларында, райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығында ҡеүәтле техниканы ышанып тапшыралар. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы урман хужалығында мастер була. Аҙ һүҙле, баҫалҡы һәм тырыш Нәсих ағай ҡайҙа ғына эшләмәһен, бурыстарын еренә еткереп үтәй. Коллектив менән дә, етәкселек менән дә уртаҡ тел табып, абруй ҡаҙана. Эше тынғыһыҙ, ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәргә ваҡыт таба. Оҙаҡ йылдар Мәйгәштенең алыштырғыһыҙ старостаһы була. Ҡыш һайын урамдарҙы ҡарҙан таҙартып, ауылдаштарының әллә күпме рәхмәт һүҙҙәрен алған. Башҡа проблемалар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә һәр саҡ ыңғай яуап йәки кәңәш алған. Ауыл халҡының таянысы булғанға олоһо-кесеһе ихтирам итә. Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов та Нәсих Ноғоманов хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтте.
Бәләкәйҙән техниканы яратҡан ир-егет саҡ ҡына буш ваҡытын да тимер-томор араһында уҙғарырға ярата. Ғүмер буйы тракторҙа эшләгәс, «тимер ат»ты көйләү серҙәрен яҡшы белә, ҡулы ла оҫта. Ауыл эштәре өсөн ҡулайлаштырып, бәләкәй трактор яһап алған хатта.
— Урманға, ул-был йомоштарға йөрөү өсөн ҡулайлы булһын тип ыҡсым ғына эшләнем. Яҙ кәртә араһында сүп-сар түгеү өсөн йәтеш. Йәйгеһен быҙауҙар өсөн бесән сабып, тейәп алып ҡайтам. Көҙ еткәс кәбән кәртәләү, уларҙы барып ҡарап тороу өсөн кәрәк, — ти Нәсих Рәйес улы. — КУН эшләп алдым. Белмәгәнемде интернеттан ҡарайым, быйыл тағы берәй нәмә әтмәләп алырға ниәт бар.
Мәйгәште «Кулибины» тимер-томорҙан трактормы, башҡа ҡорамалдар әтмәләүҙән тыш, ағас эшенә лә маһир икән. Урман төбәгендә йәшәүселәргә хас булғанса, бәләкәйҙән ҡулынан балта төшмәгән оҫта бына тигән тәҙрә-ишектәр ҙә эшләй, төҙөлөштә кәрәкле булғандарҙың барыһын да үҙе атҡара.
«Силәгенә күрә ҡапҡасы» тигәндәй, Нәсих ағайҙың ғүмер юлдашы Римма Рысйән ҡыҙының да ҡулдары алтын, нимәгә тотонһа ла ғәжәйеп әйберҙәр хасил була. Көнкүрештә кәрәкле бөтә нәмәне йәйғор нурҙарылай сағыу итеп үҙе бәйләй, тегә, ҡорай. Милли күлдәктәр, түшелдеректәрен күргәҙмәгә ҡуйыу, сәхнәлә сығыш яһау өсөн алып торалар. Римма апай Мәйгәштенең фельдшер-акушерлыҡ пунктында 23 йыл санитарка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Йорт эсен, йәй ҡапҡа тирәһен гөл-сәскәләре күҙ яуын ала. Ауыл клубында үткән сараларҙан ситтә ҡалмай, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы. Ул бешергән тел йоторлоҡ тәмле бәлеш, ҡоймаҡ, бөйөрөктәр табын түрен йәмләй. Йәй буйы оҙон ҡышҡа етерлек еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәрен йыйып ҡуя. Урман байлығы мул был яҡтарҙа: әберсә, муйыл, балан, бөрлөгән, көртмәле, турғай еләге — түшәлеп уңа, йыйып ҡына өлгөр.
— Еләк-бәшмәк осоро етһә, йоҡом йоҡо түгел. Таң һарыһынан урман ҡыҙырып сығып китәм. Ожмахтай матурлыҡҡа һоҡланып, көн үткәнен дә һиҙмәй ҡалам. Тәбиғәттән көс-илһам алам, һалҡын ҡышҡы кистәрҙә хуш еҫле сәйҙәрен эсеү, емештән ауыҙ итеү үҙе ни тора! — ти Римма апай. — Йәй яратҡан миҙгелем.
Ноғомановтарҙың һоҡланғыс ғаилә «баҡсаһында» еләктәй өс ҡыҙ үҫкән. Гөлнара менән Әлфиә Өфөлә йәшәй, Гөлфиә Белоретта төпләнгән. Балаларына үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға, һөнәрле һәм мөйөшлө булырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙар әсәләренән күрмәксе ҡул эштәренә оҫта, уларҙың сынъяһау әйберҙәренә заказ биреүселәр ҙә күп. Римма Рысйән ҡыҙы менән Нәсих Рәйес улы биш ейән, өс ейәнсәргә өләсәй менән олатай. «Баланың балаһы балдан татлы», тип ҡәҙерлеләрен һәр саҡ һағынып көтөп торалар. Уларҙың төп нигеҙгә күмәкләп йыйылыуы оло байрамға әүерелә.
Нәсих ағай күптән иман юлында, ураҙа тота, дини тәғлимәттәрҙе үтәй. 41 йыл бергә татыу ғүмер кисергән пар һәр яңы көндө шөкөр ҡылып ҡаршы ала, барына риза булып йәшәй. Иң ҙур теләктәре: донъялар имен торһон, яҡындары һау-сәләмәт булһын.
Ғаилә — һәр кем өсөн ныҡлы ҡәлғә. Күңел йылыһын табыр, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашыр, ҡыуаныр-йыуаныр урын. Бер-береңә терәк булғанда ғына тормош ауырлыҡтары еңелерәк тойола, кәртәләр юҡҡа сыға. Ноғо-мановтар ҙа тап шулай. Артабан да яҙмыш ел-дауылдары уларҙың ҡотло йорто ишеген ҡаҡмаһын, уңған, тырыш ғаиләгә ауылдаштарына үрнәк булып, бәрәкәттә йәшәргә насип итһен.

Автор:Динара Сафиуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей