Ауылдаштарын – эшле, төйәген гөл итмәксе

Ауыл эшсәндәре лә тырыш, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, хужалыҡ данын төбәктә генә түгел, республикала ла киң яңғыратты, — тип хәтергә алды ул осорҙо Иҫке Артауылдан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Әлфир Әмирйән улы Ғәлимйәнов. — Донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалғас, илдә фермерлыҡ йүнәлеше киң ҡолас ала башлағас, күп уйлап тормай, яҙмышымды ер менән бәйләргә ҡарар ҡылып, малсылыҡты ла бер юлы алып барырға йөрьәт иттем.

Әлфир Әмирйән улына был тармаҡ ят түгел, сөнки бала саҡтан мал араһында үҫкәс, мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ йәйге каникул мәлендә колхоз эшендә йөрөгәс, ныҡлап фермерлыҡҡа тотона. Егет Дыуан ауыл хужалығы техникумын, армияла йөрөп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған ауылында зоотехник булып тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Комсорг та була ул, колхоз йәштәрен йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу, уларҙы берләштереүҙе юлға һала, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Йәш ваҡыттарҙы хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Шөкөр, артҡа әйләнеп ҡараһам, үкенерлек түгел икән үткәндәр”, — ти Әлфир Ғәлимйәнов.

Эшҡыуарҙың 2005 йылда ойошторған хужалығы бөгөн төбәктә уңышлы эшмәкәрлек алып бара, уның менән иҫәпләшәләр, күптәр кәңәш һорап та мөрәжәғәт итә. Фермер, нигеҙҙә, үҫемлекселек, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Тәүге осорҙа ул ауыл халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, уны эшкәртеү өсөн күрше хужалыҡтарҙан, фермерҙарҙан техника арендалап, туғандары менән башкөллө эшкә тотона. МТС, урындағы училище етәкселеге лә фермерға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әлфирҙең тәүҙә 20 баш һыйыр малы ла була, аҙаҡ уларҙың һанын арттырып, көтөүҙе ишәйтә.

Бөгөн уңған, бөтмөр фермер 800 гектарға яҡын майҙанда эшмәкәрлек алып бара, Рәсәйҙә етештерелгән заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһына, ҡоролмаларға эйә. Техника паркын яңыртыуға бында аҡса йәлләмәйҙәр, баҫыуҙарҙы ла минераль ашламалар менән туйындырғас, мул уңыш алалар. Әйткәндәй, пайсыларға ике центнер ашлыҡ, бесән-һаламы бирелә, кәрәк булһа, техника менән дә ярҙам итәләр.

— Быйыл тәбиғәт беҙҙең алда төрлө һынау ҡуйҙы, әммә бирешмәнек. Шөкөр, ямғыры ла ваҡытында яуҙы, йылы көндәре менән дә ҡыуандырҙы, — ти етәксе. — Тәбиғәт нисек кенә көйһөҙләнмәһен, беҙгә барыбер эшләргә инде, бары тырыштарҙы ғына ер үҙ итә, мул уңышы менән һөйөндөрә.

Малсылыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә фермер. Әле уның хужалығында 167 баш һыйыр малы аҫралып, 70-кә яҡынын һауып, аҡты Ҡалтасы һөт заводына оҙаталар. Завод әҙер продукцияны үҙҙәре килеп ала, юлға сығымдар китмәй икән.
Ҡасандыр гөрләп торған Чапаев исемендәге колхоздың юҡҡа сығыуын ауыр кисергән Әлфир Әмирйән улы бөгөн тыуған ауылын һәр яҡлап гөл итмәксе. Алты ауылдашына эш урыны булдырып, һәр кеме менән яҡшы мөнәсәбәттә. Уның ярҙамы менән урамдар тәртиптә тотола, һыу башняһын да үҙе хеҙмәтләндерә, уның торошон тикшереп, ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итә. 

Бөгөн фермер 32 тонна бесән, сенаж хәстәрләгән, мал аҙығы әҙерләү көҙгө уңышты йыйып алғанға тиклем дауам итә.

— Эшсе ҡулдарҙың ҡайһы саҡ етешмәүе бәкәлгә һуға, ололарға алмашҡа йәштәр юҡ. Ә оҙон аҡса юллап, ситкә китеүселәр беҙҙең ауылдан бихисап, ниңәлер тыуған төбәгендә ҡалмайҙар, — ти фермер. — Беҙҙә бит уңайлы эш шарттары булдырылған, хеҙмәт хаҡы ла ярайһы ғына. Һөтсөлөк фермалары бына тигән, техника ватылмай эшләй, һәр кемгә йылы һүҙҙән башҡа бер нимә лә әйтә алмайбыҙ, ярҙамыбыҙҙан өҙмәйбеҙ.

Ҡатыны Гөлназ, улы Әлмир — бөгөн Әлфирҙең төп ярҙамсылары. Улы, мәҫәлән, бала саҡтан атаһы янында, тимер ене ҡағылған, тиерһең, техниканы биш бармағы кеүек белә. Ул әле Нефтекама нефть колледжында уҡып йөрөй. “Хәрби хеҙмәткә барып ҡайтам да ҡалаға бармайым, ауылда ҡаласаҡмын. Миңә бында бик оҡшай”, — ти Әлмир.

— Артабан да үҫемлекселек, малсылыҡ тармағын үҫтерергә иҫәп тотабыҙ, мал һанын арттырыуҙы күҙаллайбыҙ. Себер тарафтарына йә булмаһа ҡалаға киткәндәрҙе үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, — ти Әлфир Ғәлимйәнов.

 

Автор:Самат ҒӘЛИН

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей