Ауылдаштарын эшле иткән фермер. «Ћарыҡсылыҡ аҫрау отошло», - ти Урал Таймасов

Юлбарыҫ ауылынан фермер Урал Таймасовтың исеме күптәргә таныш. Районда тәүге крәҫтиән фермер хужалығын башлаған уңғандарҙың береһе ул. Уның бар булмышы, уй-маҡсаттары, хыялдары ауыл хужалығы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән.
Урал Хөрмәт улы 2014 йылда «Башланғыс фермер» программаһы буйынса грантҡа эйә булып, һарыҡсылыҡ тармағын үрсетә башлай. Ул йылдарҙа 70-ләп баш һарыҡтан башлаһа, бөгөнгө көнгә Тексель һәм Иҙелбай тоҡомло һарыҡтарҙың һаны 300 башҡа еткән. 2014 йылдан һарыҡтар һаны 10 тапҡырға артҡан тигән һүҙ. Ћарыҡсылыҡ тармағынан тыш 10-лап йылҡы ла тота белдекле фермер.
Шәхси хужалыҡ алып барыусылар араһында районда һарыҡсылыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр арта. Һәр ауыл биләмәһендә тиерлек ошо отошло тармаҡты үрсетеүсе фермерҙар бар беҙҙә. Был аңлашыла ла, сөнки ул хужалыҡты тиҙ арала аяҡҡа баҫтырыу, табыш алыр өсөн малсылыҡтың иң ҡулай йүнәлеше һанала. Был малдың биологик үҙенсәлеген ҡарап, ошоно күрәбеҙ: тәбиғәт, климат шарттарына тиҙ яраҡлашалар, аҙыҡ төрләмәйҙәр, сыҙамдар, аҙыҡ осһоҙораҡҡа төшә.
«Ћарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай шарттар етерлек, етмәһә, был тармаҡ ауыл хужалығының төшөмлө йүнәлештәренән һанала. Яҡшы ашатып, тейешенсә ҡараһаң, бәрәстәре тиҙ үҫә, ауырлыҡ йыя. Мәҫәлән, 6-7 айҙан бәрәстәрҙе иткә һуйырға була. Тере ауырлыҡта уртаса 250 – 300 грамға арта. Дүрт айлыҡ саҡтарында оло һарыҡ ауырлығының 45–50 процентына етһә, бер йәшкә инде 80 – 90 процентын тәшкил итә. Улар йылы аҙбарҙа, ҡоро, туҡ торалар. Йөнөн ҡырҡыуға артыҡ ауырлыҡ кисермәйбеҙ, махсус машинка менән ҡырҡабыҙ, - тине тәжрибәле фермер. Эйе, тырыш фермер һарыҡсылыҡ шөғөлөн киңәйтеү өсөн 400 гектар бесәнлегендә йыл һайын мал аҙығы туплай, ул ҡыш бауырына етә. Техникаға килгәндә, яңы бесән сапҡысы, Беларусь тракторы, йыйыу ҡоролмалары һәм башҡалар бар.
Бөгөн иһә «Таймасов» крәҫтиән фермер хужалығы техника паркын йүнәтеү менән мәшғүл. Киләсәккә пландары ла ҙур уның. «Быйыл ҡышты уңышлы ғына сығып киләбеҙ. Әҙерләгән мал аҙығы етәрлек кимәлдә. Бөгөн техника рәтләйбеҙ, ремонтлайбыҙ. Артабан да һарыҡтарҙы ишәйтергә иҫәп тотабыҙ, мал һанын арттырыуҙы күҙаллайбыҙ. Хужалыҡҡа килгәндә, бында тик эш рәтен белгән, мал ҡарау тәжрибәһе ҙур булған ун ике эшсе ваҡытлыса, ә алтауһы йыл әйләнәһенә эшләй. Һүҙ юҡ уларға - Данил Таймасов, Шәфҡәт Хөсәйенов, Илһам Вәхитов, Камил Аҙнабаев, Вадим Алтынаманов, Фәнүр Аҙнабаевтар эш рәтен беләләр. Мал ҡарауҙа ла, бесән эшләүҙә лә һынатмайҙар. Бөтәһе лә ауылдыҡылар, хужалыҡта уларға ышанысым ҙур. Шулай уҡ хужалыҡта уң ҡулым, уң ҡанатым улым Уйылдан Таймасов эргәмдә. Техникумда агрономлыҡҡа уҡып ҡайтып, хәҙер янымда тәжрибә туплай. Уға киләсәктә ҙур өмөттәр бағлайым, - тип хужалыҡ һәм эшсе көстәр менән таныштырҙы Урал Хөрмәт улы.
Эйе, ауылдаштарын эшле, хужалығын уң алып барған Урал Таймасовҡа афарин тиергә генә ҡала. Хужалығын барып күреп булмаһа ла, кеҫә телефоны аша һөйләшкән арала, уның эшенә етди ҡараған, эшен тырышып алып барған етәксе икәненә инандым.
Луиза Юлмөхәмәтова.Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей