Ауылдаш олатай

Һуғыш! Ҡәһәрле һуғыш! Кешелек донъяһын зар илатҡан, йәндәрҙе, тәндәрҙе яралаған, ата-әсәләрҙе балаларынан, һөйгәндәрҙе бер-береһе-нән айырған, кеше иңе күтәрә алмаҫтай ауырлыҡ-тар һалған ҡәһәрле һуғыш! Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе — ул Бөйөк Ватан һуғышы. Уның тамамланыуына күп ваҡыт үткән кеүек. Тик был һуғыштың күрһәткән яуызлығы, күҙ йәштәре, етем балалар һәм ҡатындар һыҡтауы, түгел-гән ҡан уны оноторға бирмәй. Ҡәһәрле һуғыш әҙәм балаһының кескәй генә шатлыҡтарын, оло өмөттәрен юҡҡа сығарҙы. Тотош ауыл типһә тимер өҙөрлөк көслө, имәндәй ныҡлы улдарын һуғышҡа оҙатты.

Беҙҙең ауылдан да бик күп ир-егеттәр һуғышҡа киткән. Ауылдаштарым-дың береһе — Нуриәхмәт Шөғүров хаҡында һөйлә-мәксемен.

1908 йылдың 20 майында Ишбулды ауылында Сәлимгәрәй һәм Бибикамал Шөғүровтар ғаилә-һендә ир бала донъяға килә. Уға Нуриәхмәт тип исем ҡушалар. Ябай крәҫ-тиән ғаиләһендә Нури-әхмәт олатайҙан башҡа ун бала була. Әммә ауыр ас-лыҡ йылдарында әсәһе, апайы Кәримә һәм Нуриәх-мәт олатайҙан башҡалары үлеп бөтәләр. Атаһы үлгәндә уға бары һигеҙ йәш була. Бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, ул бик эшһө-йәр, сыҙамлы була. Аслыҡ-тан үлмәҫ өсөн баҫыу буйлап башаҡ сүпләйҙәр, сана менән утын ташыйҙар. Уҡыуға теләге ҙур булһа ла, уҡыу эләкмәй, олатай бары тик бер класс тамамлай.

Революция йылдарында әүҙем комсомол була. Ә 1930 йылдарҙа ком-сомолдың  район комитетында эшләй. Һуғыш баш- ланғанда олатайға 33 йәш була. Был ваҡытта ул МТС-та алдынғы комбайнер була, шуға күрә уны бронь биреп алып ҡалалар. Ә 1943 йылда ул үҙ теләге менән фронтҡа китә.

1943–1945 йылдарҙа 148-се уҡсылар дивизия-һының 163-сө уҡсылар полкында өлкән сержант дәрәжәһендә отделение командиры булып I Белорус фронтында маршал Рокоссовский командованиеһы аҫтында һуғыша. 1944 йылда яраланып госпиталға эләгә. Һауыҡҡас кире фронтҡа китә. Берлинды алыуҙа ҡатнаша. «Беҙгә атайыбыҙ, һуғышта Бер-линға хәтлем барғандарын, Польшаға ингәндә нисек поляктар ҡаршы алғанын, разведкала йөрөгәндәрен һөйләр ине», — тип хәтер-ләй балалары. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ, II дә-рәжә Ватан һу ғышы ордендары, «Ба-тырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙ-мәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуң колхоз-да эшләй. Ҡатыны Сәғилә Аллаяр ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғү-меренең һуңғы йылдарында мәсеттә мәзин була. Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны, алдынғы колхозсы 1993 йылда донъя ҡуя.

Ауыр һуғыш йылдарында һәр яугирҙың Тыу-ған еренә имен-һау әйлә- неп ҡайтыу теләге көслө була. Улар уны яуҙан яҙған өсмөйөшлө хаттарында ла әйтеп бирергә тырышалар. Олатайҙың да һуғыш ва-ҡытында яҙған хаттары һаҡланған. Унда шиғыр юлдары бар. Шуларҙан һеҙгә лә өҙөк килтерәм:

«Хаттар яҙһаң, ҡара

                                  менән яҙ,

Простой ҡәләм төтмәй

                              — юйыла. 

Күпкә китте был һуғыш,

                              йылдар үтте

Еңеү теләп кенә көтөгөҙ.

Урал ғына аға түбән

                                      табан

Ирәндеккәй тауҙы

                              көн битләп.

Еңеү яулап ҡайтыр инек,

Аяҡҡайыбыҙ булмаһа

                            имгәкләп...»

Йәнгүзәл ШӨҒҮРОВА,

Ишбулды мәктәбе уҡыусыһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей