Ауылда йыйылыштар үтте

Сидоровка һәм Байғужа ауылдарында йыйылыштар үтте. Йыйылышта ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһиров Юнир Әбдрәхим улы, ауыл хужалығы управлениеһы начальнигы Юлдыбаев Даян Хәйҙәр улы, Йылайыр районы буйынса дәүләт техник надзоры инспекцияһы начальнигы Ҡашҡаров Рауил Хәмитйән улы ҡатнашты. Көн тәртибендә хужалыҡ малдарын көтөүлеккә ҡыуыу , ауылды төҙөкләндеpеү, өмәләр, янғындан һаҡланыу cаpалаpы мәсьәләләре күтәрелде. Ике ауылда ла эре һәм ваҡ малдар һанын яҙыу, йәй буйы контролләү өсөн комиссия ағзалары һайланды. Көтөүлеккә ҡыуыу ваҡыты билдәләнде. Быҙауҙар, электрокөтөүсе кәртәләрен тәртипкә килтергәс, июндә сыға, аттар буйынса ла эшлекле һөйләшеү булды, сират буйынса мотлаҡ көтөргә тигән ҡарар сығарылды. Таһиров Ю.Ә. ауыл биләмәһе территорияһында һәр кесаҙна таҙалыҡ көнө ойошторолоуы, зыяраттарҙы таҙалау, тәртипкә килтереү, Еңеү көнө алдынан һәйкәл, стела, обелиск биләмәләрен тәртипкә килтереү, кәртәләрҙе буяу, сүп- сар таҙалау кеүек эштәрҙе башҡарыу бурысы тураһында әйтеп үтте. Янғындан һаҡланыу саралары, хужалыҡ территорияһында суп- сар яҡмау мәсьәләләре ҡаралды. Халыҡ үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе һәм борсоған һорауҙарына ентекле яуап алды. Йыйылыш аҙағында тейешле һығымта яһап, һәр көн тәртибе буйынса ҡарарҙар сығарылды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей