Ауылда матур, татыу, тырыш, өлгөлө ғаиләләр йәшәй

Башҡорт рухын, монон һаҡлап, халҡыбыҙҙын матур традицияларын юғалтмай, тырышып донъя көткән, булдыҡлы ла, һәләтле лә замандаштарыбыҙға конкурстың төбәк этабында ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.

Район мәҙәниәт һарайында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” онлайн-конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

Республика конкурсының муниципаль этабы “Етегән” башҡорт байрамы сиктәрендә уҙа, ойоштороусылар әйтеүенсә, был бәйге балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли йолаларҙы үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән иманлы ғаиләләрҙе асыҡларға ярҙам итә.

Сәхнәгә беренсе булып Яңы Ҡыпсаҡ ауылынан “Оҫта ғаилә” номинацияһында еңеү яулаған Сәмиғуллиндар күтәрелде. Ғаилә башлығы Сабит Салауат улы заманында “Октябрҙең 50 йыллығы” исемле колхоздың ал бирмәҫ, намыҫлы механизаторы була, тормош иптәше Зәлиә Марат ҡыҙы почтала эшләй. Колхоздар бөткәс, үҙебеҙҙең фермер хужалығын астыҡ, бөгөн 200 гектар еребеҙ, үҙ техникабыҙ бар, күпләп мал аҫрайбыҙ, ҡош-ҡорт тотабыҙ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ, ти улар. Ысынлап та, был эшсән, тырыш ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Зәлиә Марат ҡыҙы халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам итеп, балаҫ һуға, бәйләм бәйләргә, түшелдеректәр яһарға ла өлгөрә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Сәмиғуллиндар бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн инде ейәндәренә үҙҙәре белгәнде өйрәтеп, йәштәргә , балаларына матур өлгө булып торалар. “Балаларыбыҙ менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп,бар эште лә бергә башҡарып йәшәйбеҙ”, – ти Сәмиғуллиндар.

Яңы Сәпәш ауылынан Ҡотлозамановтар исеменә лә бик күп маҡтау һүҙҙәре яңғыраны был көндө. Улар “Ғаилә ҡиммәттәре “номинацияһында билдәләп үтелде. Ғаилә башлығы Әхнәф Әхәт улы - ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында намыҫлы эшләп, Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтары наградаларына лайыҡ булған хеҙмәт ветераны, милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, һабантуйҙарҙа, төрлө ярыштарҙа бил бирмәҫ батыр. Хужабикә Наилә Ғәлимйән ҡыҙы - өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусы. Ҡотлозамановтар утыҙ һигеҙ йыл бергә татыу ғүмер итә, баһадирҙай өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, алты ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай-өләсәй ҙә улар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти халыҡ мәҡәле. Ҡотлозамановтарҙың балалары ла баһадирҙар тәрбиәләнгән затлы нәҫелдән булыуын онотмай, быуындар бәйләнешен юғалтмай, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәргә тырыша. Әхнәф ағай үҙҙәренең шәжәрә ағасы менән таныштырҙы, көслө, моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырын да башҡарҙы .

Тағы ла бер матур, татыу, тырыш, өлгөлө башҡорт ғаиләләренең береһе Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәй. “Ижади ғаилә” номинацияһына лайыҡ булған Әхмәтовтар йыр-моңға ғашиҡ, ауылда ғына түгел, район күләмендә үткән бер ниндәй мәҙәни сара ла улар ҡатнашлығынан башҡа уҙмай, тиһәң дә хата булмаҫ, моғайын. Ғаилә башлығы Фәрүәз Сәрүәр улының ҡулынан килмәгән эш юҡ, балта оҫтаһы, төҙөүсе лә күңелдәрҙе елкендереп, өҙҙөрөп уйнаусы оҫта гармунсы ла ул. Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләүсе тормош иптәше Фәнзилә Хәлим ҡыҙы менән 32 йыл татыу ғүмер итәләр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, олатай-өләсәй булырға ла өлгөргәндәр.

Сәхнәгә еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Мирғәсим Әкимбәтов “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһендә енеү яулаған ғаиләләргә изге теләктәр еткереп, уларға почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Башҡорт рухын, монон һаҡлап, халҡыбыҙҙын матур традицияларын юғалтмай, тырышып донъя көткән, булдыҡлы ла, һәләтле лә замандаштарыбыҙға конкурстың төбәк этабында ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.

Резеда Хусаинова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей