Ауыл йәме - кешеләр (Аургазинский район)
Бөйөк Ватан һуғышы иң шанлы һәм данлы осорҙарҙың береһе булып, тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын алған. Был көндө ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Бөгөн беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра. Мин үҙемдә һуғыш һәм тыл ветерандары ҡыҙымын. Улар менән һәр саҡ ғорурландым, ғорурланам һәм ғорурланасаҡмын!!! Беҙҙең Михайловка ауыл советына караған ауылдарҙа бөгөнгө көнда иҫән ҡалган һуғыш ветерандары хәзер юк инде. Тыл ветерандарыныңда һаны йылдан йыл һирәгәйә бара. Быйыл ике инәйебеҙ; Файзуллина Кәнифә Ниғмәтулла ҡыҙы, Сатлыкова Минеүәрә Вали ҡыҙы баҡыйлыҡҡа кусте. Әлеге көнда һигез инәй калды. Бына уларҙың исемдаре; Бәхтигәреева Рәхимә Сәмерхан ҡыҙы, Бәхтигәреева Вәзәлифа Мөхәмәтфазыл ҡыҙы, Ғәлиева Гөлсөм Ғәзиз ҡыҙы, Заманова Мәсрүрә Баязит ҡыҙы, Ильясова Ғәмилә Валиян ҡыҙы, Ҡоҙашева Ғәзимә Ғильметдин ҡыҙы, Һатлыкова Киньябикә Хазиәхмәт ҡыҙы, Хәбибуллина Әмина Ғатаутдин ҡыҙы.
17 март көндө ауыл Советы етәксеһе Нил Закир улы, ветераннар Советы етәксеһе Факил Вәкил улы һәм район вакилдәре өс тыл ветеранына Бөйөк Енеузең 75 йылы тулыу айканлы юбилейный миҙалдәр тапшырҙылар.
(Бөйөк еңеү байрамына тиклем ҡалған тыл ветерандарынала тапшырыласаҡ)
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ Тыуған ил азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерелгән илде тергеҙҙегеҙ, тыуған еребеҙҙең иҡтисад, сәнәғәт, төҙөлөш һәм социаль-мәҙәни өлкәләренең артабанғы үҫешен тәьмин иттегеҙ.
Яҡынлашып килгән байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем! Донъяларыбыҙ тыныс булһын, халҡыбыҙ дуҫлыҡта һәм татыулыҡта, мул тормошта йәшәһен!
Источник СПК Урал