Ауыл йәме - кешеләр (Аургазинский район)

“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Яхин Исмәғил Искәндәр улын 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
1950 йылдың 20–се февралендә колхозсылар Искәндәр һәм Зәкиә ғаиләһендә икенсе улдары булып Исмәғил донъяға тыуған. Искәндәр Ҡотлозаман улы нисек кенә ауыр булыуға ҡарамаҫтан (инвалид), һуғыш йылдарында, унан һуң да трактор бригадаһы бригадиры вазифаһында, колхоздың барлыҡ көсөн тәшкил иткән, йәш кенә тракторсы ҡыҙҙар менән ал–ял белмәй эшләгәндәр. Әсәйегеҙ йәш бала булыуына ҡарамаҫтан бар колхоз эшенә лә өлгөргән. Икеһенең дә тылдағы эштәре хөкүмәтебеҙ тарафынан баһаланған, һуғыш ваҡытындағы фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр. Шундай тырыш, эш һөйөүсән ғаиләлә үҫкәнгәлер, һеҙ, 15 йәштән мәктәптә уҡырға, төштән һуң колхоз эшенә лә өлгөргәнһегеҙҙер. 1971 йылда армия хеҙмәтенән ҡайтыу менән тракторист булып колхозда эш башлайһығыҙ. 1976 йылдан хеҙмәт юлығыҙ автомашина менән бәйле. 38 йыл буйына яратҡан һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып район, республика, ваҡыты менән күрше союздаш республика юлдары буйлап та йөк ташырға тура килде Исмәғил Искәндәр улына. Колхозыбыҙҙың иң ышаныслы, тәртипле, үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп танытты ул! Беркетелгән ГАЗ автомашинағыҙ һәр саҡ төҙөк, таҙа, ҡаралған булды. Һеҙҙең хеҙмәт кенәгәһе 1965 йылда асылып 2015 йылда ябылған. Был бит колхозыбыҙҙа 50 йыл арымай-талмай эшләү тигәнде аңлата! Ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙандығыҙ, һеҙ, Исмәғил
Искәндәр улы. Фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. 1978 йылда “Хеҙмәт Даны 3-се дәрәжә” ордены,1986 йылда БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләндегеҙ, ә район, колхоз Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары хисапһыҙ. Колхозыбыҙҙың «Почетлы колхозсыһы» тигән абруйлы исемгә лайыҡ булдығыҙ!
Һеҙҙең Камила Әнүәр ҡыҙы менән төҙөгән ғаиләгеҙ ауылыбыҙҙа иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Балаларығыҙ Таңилә, Илһам, Зөлфәт матур итеп уҡып, үҙҙәренә оҡшаған һөнәргә эйә булып, китапханасы, инженер, хируруг булып уңышлы эшләйҙәр. Ғаилә ҡороп ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландырып, матур донъя көтәләр.
Хөрмәтле юбиляр, Исмәғил Искәндәр улы! Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡорған донъяғыҙ һәр саҡ имен, нурлы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын.

Источник: СПК Урал

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей