Ауыл торомошонан бер күренеш

 Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Ошо уңайҙан Бикбау мәктәбендә әсәйҙәр менән берлектә балалар һабантуйы гөрләп үтте, Һаҙ шишмәһе буйы бала-сағаларҙың шат тауышынан яңғырап торҙо. Байрамда ҙур һабантуйға хас бөтә уйындар үткәрелде. Кескәйҙәр ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп ярышыу, эстафетала, сәпкә атыу, көршәк ватыу, арҡан тартышыу кеүек ярыштарҙа кѳс һынашты. Уйындар шул тиклем ҡыҙыу барҙы, хатта уйнарға теләүселәрҙән оҙон бер сират хасил булды. Туйғансы уйнап арыған балаларҙы ашнаҡсы Луиза апай бешергән тәмле былау, әсәйҙәр әҙерләгән тәмлекәстәр  менән байрам табыны көтә ине. Бындай сарабөтәһенең дә күңеленә хуш килде. 
Ә алда - мөғжизәле йәй! Үҙ сиратымда балаларға йәйге каникулдар ваҡытында бик шәп ял итеүҙәрен, ата-әсәләр һәм дуҫтар менән шат аралашыу, яңы асыштар һәм сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар теләйем!
Гүзәл Итбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей