Ауыл матур күркәм йорттары менән

Шундай тырыш, уңған ғаиләләрҙең береһе Олокүл ауылынан Әлфирә менән Фәнзил Камалетдиновтарҙың татыу, ҡотло ғаиләһе ауылға йәм өҫтәй. Әйткәндәй, улар “Иң матур йорт” район конкурсында ҡат­нашып, лайыҡлы 3-сө урын алыуға иреш­теләр. Матурлыҡ бәйгеһендә призер бу­лы­рлыҡ та шул был йорт. Урамды төрлө төҫтәге матур гөлләмәләр биҙәй, баҡсалағы түтәлдәр тигеҙ бер рәткә теҙелгән, бер сүп үләнен дә күрмәҫһең. Ә инде үҙ ҡулдары менән булдырған теплицалағы йәшелсә-емештәре өлгөргән дә инде. Ихаталағы уңай­лы беседка, күркәм ҡаралтылар хужаның оҫта ҡуллы булыуы тураһында үҙҙәре үк әйтеп тора.
Фәнзил Нурмөхәмәт улы Иглин райо­нының Хөснулла ауылында тыуып үҫә. Бала сағы Салауат мәктәп-интернатында үтә. Армияға киткәнсе үк тормош юлында Үрге Тимкә ауылынан һөйкөмлө, сибәр Әл­фирәне осрата. 1980 йылдың һалҡын, ап-аҡ ҡышында гөрләтеп туй үткәреп, бергә йәшәй башлайҙар. Тәүге йылдарҙа Хөснулла ауы­лында йәшәһәләр, 1983 йылда Олокүл ауылына күсергә ҡарар итәләр. Тәүҙә баракта торалар. 2005 йылда ер алып, күркәм йорт һалып сығалар. Ғаилә башлығы СМП-340 төҙөлөш ойошмаһына юлсы булып эшкә урынлаша. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы Һамар тимер юлында (Куйбышев) хеҙмәт итә. Әлфирә Камалетдинова Олокүл балалар йортонда, һуңынан Өфө ҡалаһы дауаха­наларының береһендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Камалетдиновтар ике улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ата-әсәгә бала ҡайғыһы ла күрергә тура килә. Улар донъя йөгөн тартып, эш менән йөрәк яраларын баҫырға тырыша. Бөгөнгө көндә Фәнзил ағай менән Әлфирә апай улдары Фәнил һәм килендәре Айһылыу менән бергә, бер түбә аҫтында йәшәйҙәр. Улар ата-әсәгә хөрмәт күрһәтеп, терәк-таяныс булып тора­лар. Фәнзил ағай менән Әлфирә апай бәхетле олатай һәм өләсәй. Ҙур, яҡты йорт­тары шат балалар тауыштарына күмелеп, донъяны йәмләй. Ейән-ейәнсәр­ҙәре – Ос­кар, Замир, Марсель һәм Элена йәшәү өсөн яңы һулыш, дәрт-дарман өҫтәй. Олатай ме­нән өләсәй балаларға йөрәк йылыһын биреп, һөйөп-яратып, эш һөйөргә өйрәтергә ты­рыша.
Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, Фәнзил Нурмөхәмәт улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йорттағы, ихаталағы бар нәмәне оҫта ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән эшләгән. Донъяһын бөтәйтеү өсөн бар тырышлығын һала ул. Әле Камалетдиновтар аш бүлмәһенә төкәтмә төҙөү менән мәшғүлдәр. Йәшелсә-емеш өсөн теплица ла эшләп ҡуйған. Йорт-ҡураны төҙөк тотоу ир кешенең ҡулында булһа, ҡатын йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле. Баҡсаларында нин­дәй генә йәшелсә, еләк-емеш үҫмәй! Ҡар­буздары ла өлгөргән. Уңған хужабикә ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар, ҡай­натмалар, һуттар әҙерләй.
- Баҡса тәрбиә ярата. Шуға күрә сүп үҫтерергә ярамай, иртә яҙҙан көҙгә тиклем емеш-еләктәремде, йәшелсәләремде ҡара­йым, уңыш яҡшы булһын өсөн үҫенте­ләремде бала кеүек тәрбиәләйем. Ҡый үлән­дәренән арындырып, һыу һибеп, еләк­тәрҙең мыйыҡтарын, емеш ағастарының артыҡ ботаҡтарын киҫеп торам. Эш еңелдән бул­маһа ла, һөҙөмтәһе һөйөндөрә, күңелде кү­тәрә. Баҡса, ауыл мәшәҡәттәре менән булыу – беҙҙең өсөн ял ғына. Балаларыбыҙ ҙа ихлас ярҙамлаша. Бергә-бергә эшләү күңелле,- ти Әлфирә апай.
Хужабикә яҡындарын тәмле аштары, ҡоймаҡ-бәлештәре менән һыйлай. Кис ултырып бәйләм бәйләй. Ә йорт хужаһы Инйәр, Ағиҙел йылғаларына барып, хатта ҡыш көнө Инйәр йылғаһына, Талпаҡ күленә балыҡ ҡармаҡларға сыға. Бынан тыш, Камалетдиновтар ғаиләһе бергәләп күңелле һәм файҙалы итеп ял да итә беләләр. Баш­ҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәт мөйөш­тәренә, мөғжизәле урындарына сәйәхәт ҡылалар, урман-яландарға барып, саф һауа һулап, емеш-еләк, миндек йыйып ҡайталар.
Тормоштан йәм табып, үҙ-ара аңлашып, килешеп йәшәй белһәң, донъя йәмле. Шуға ла Камалетдиновтарҙың йортонан йылылыҡ, нур бөркөлә.
Фирүзә Йәминева.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей