Ауыл киләсәге уңған ғаиләләр иңендә

Тыуған ауылым тип йән атып йәшәгән кешеләр була. Яңы Һәйет ауылынан Вәхитовтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан. Ғаилә башлығы Ришат ағай менән ҡатыны Нәсимә апай, ныҡлы ғаилә ҡороп, балаларына белем биреп, эшле итеп, бөгөн ҙур ҡәүем булып тыуған ауылдарында донъя көтә. Ағас эшкәртеү, малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр.

 

Тамға ырыу ҡотон һаҡлай

Ришат ағай урман эшкәртеү хужалығында эшләгән. 2000 йылдарҙа хужалыҡ тарҡалып, күпселек ауылдаштары, шул иҫәптән үҙе лә эшһеҙ ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, элекке биналарҙы һатып ала ла шәхси эшҡыуарлыҡ эше менән шөғөлләнә башлай. Ағас эшкәртеү, таҡта ярыу, бура бурау, бурса эшләү – бөгөн былар менән Вәхитовтарҙың өлкән улдары Илфат булыша.

Атай кеше улын яйлап бар эштең нескәлектәренә өйрәткәндән һуң, бары тик ярҙам итеп кенә тора. Илфат Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Тормошон тыуған яғы менән бәйләргә ҡарар иткән. Әле ауылда өй һалып сыҡҡан, ҡатыны Резеда менән өс бала тәрбиәләйҙәр: Алтынай, Динислам һәм Ильяс ата-әсәһен ҡыуандырып үҫеп килә.

– Ағасты Бөрйән, Белорет райондарынан аукционда алабыҙ. Уны тәрән эшкәртеү һөҙөмтәһен бирә. Ишембай районы халҡы ғына түгел, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ғафури районы кешеләре лә өй һалғанда беҙҙән бура ала. Заказдар ҙа, эш тә күп. Йәйгеһен ай һайын 100 кубометр продукция етештерәбеҙ, – тип һөйләй Илфат.

Кесе улдары Әнүр бала саҡтан ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына һәм ҡул араһына инеү менән атаһына ярҙам итә башлай. Әлеге ваҡытта Вәхитовтарҙың 250-нән ашыу солоғо бар.

– Йылдан-йыл уларҙың һанын арттырабыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән һөнәр бит ул солоҡсолоҡ. Беҙҙең ете быуыныбыҙ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Шуға был эште дауам итергә тейешбеҙ тип уйлайым, – ти Әнүр.

Беҙ уның менән ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан умарталыҡта осраштыҡ. Был ер асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә. Ниндәй генә солоҡтар юҡ унда!

Вәхитовтарҙың эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше – ата-бабаларҙан ҡалған солоҡтарҙы табып төҙөкләндереү. Төҙөкләндерелгән тумар умарталарҙы ошонда ҡуялар, йә урманға алып барып, ағасҡа эләләр. Тумар умартаның эсе бик һәйбәт итеп эшкәртелә, бал да һаҡланғас, улар сереп бармай.

– Беҙ тапҡан түмәр умарталарҙың күбеһендә Ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренең тамғаһы тора. Ҡайһы берәүҙәренә эшләнгән йылы ла яҙылған. Күптән түгел 1811 йылда эшләнгән түмәр умартаһына тап булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны теүәл килеш ағастан төшөрөп булманы. Ваҡыт барыбер аяуһыҙ, ағасы ыуалды, – тип һөйләй йәш оҫта.

Әнүр үҙе эшләгән умарталарға мотлаҡ ырыу тамғаһын ҡуя. Был – яҙылмаған ҡанун. Вәхитовтарҙың тамғаһы – һәнәк. Тамға ырыу ҡотон һаҡлап торғандай, ҙур әһәмиәткә эйә.

Нескәлектәрҙе белеү шарт

Ҡыш айҙарында Әнүр тумар умарталар эшләү менән шөғөлләнә. Был – мәшәҡәтле һәм күп ваҡыт талап иткән эш. Шуға ҡарамаҫтан, йыл да яҙғылыҡҡа яҡынса ун түмәр умарта әҙерләп ҡуя. Әҙер умартаның ауырлығы 100 – 200 килограмм тирәһе. Уны ағасҡа мендереп ҡуйыу күп көс һәм таһыллыҡ талап итә. Бер түмәр умартаға яҡынса өс меңдән ашыу ҡорт оялай.

Солоҡ балы ғәҙәти умарталағы балдан шаҡтай айырыла. Балды ҡортсолар бары тик көҙ еткәс кенә йыйып ала. Шуға ла уның күләме әллә ни күп булмай. Ябай
умарталағы балды умартасылар йәй дауамында бер нисә тапҡыр йыя. Шуға күрә бал ҡорттары, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ булмаҫ тип ҡурҡып, һеркәне төрлө сәскәнән йыя башлай. Был балдың сифатына ҙур йоғонто яһай. Солоҡҡа килеп ҡунған бал ҡорттарына солоҡсолар көҙгә тиклем теймәй. Был осраҡта бал ҡорттарының генетик хәтере уяна, һәм улар балды бары тик сифатлы үләндәрҙән йыя.

Һөҙөмтә булараҡ, балдың тәме лә, сифаты ла бөтөнләй икенсе. Көҙөн, умарталар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ҡуйылғас, уларға айыу йә һыуһар һөжүм итеүе ихтимал. Былтыр Яңы Һәйет ауылы урамдары буйлап айыуҙың һыйыр малын ҡыуып барғанын сағылдырған видеояҙманы күптәр ҡарағандыр. Был хәл тап Вәхитовтарҙың урамында була ла
инде.

Һәр эштәге һымаҡ, солоҡсолоҡта ла нескәлектәр күп. Яңы эленгән түмәр умарталарына ҡорт ҡунмауы – була торған күренеш. Шуға умарталарҙы ҡарап торорға кәрәк.

Тәү сиратта, түмәр умартаһы һәйбәт таҙартылып, башҡа еҫтәр сығармаҫҡа тейеш. Икенсенән, йыш ҡына уның ауыҙына үрмәкселәр ау үреп ҡуя икән. Был саҡта бал ҡорттары умартаға инә алмай. Әнүр иһә бал ҡорттары менән уртаҡ тел тапҡан: холоҡтарын һәйбәт белә. Тик һәр солоҡтоң йөҙ йыллыҡ ҡарағайға эленеп, уның кәм тигәндә өс – биш ҡатлы йорт бейеклегендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, солоҡсоноң мәшәҡәттәре бихисап икәнлеген аңларға була. Әнүр – йәш, алдынғы ҡарашлы егет. Ул киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

– “Торатау” геопаркына өмөт ҙур. Беҙҙең умарталыҡ уның биләмәһенә инә. Ошонда балаларға, туристарға солоҡ балы тураһында һөйләп, күрһәтеп, бал менән сәй эсереп, туризмды үҫтереүгә өлөш индерге килә. Бынан тыш, солоҡ балын, солоҡсолоҡто популярлаштырыуҙы маҡсат итеп алдыҡ. Был шөғөл – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫ, уны юғалтырға ярамай. Киләсәктә умарталыҡта экоферма ойоштороп, килгән туристарҙы бал балы, буҙа, ҡорот, фермала етештерелгән башҡа милли аҙыҡтар менән һыйларға иҫәп бар, – ти Әнүр.

Был хыялдарҙың тормошҡа ашырына һис шикләнмәйем, сөнки умарталыҡта ҡунаҡтарҙы ҡабул итер өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Солоҡсолоҡ эшенең нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен һөйләп, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн мөмкинлектәр етерлек. “Эшләйем!” тип маҡсат ҡуйған Әнүр хыялдарын тормошҡа ашырмай туҡтамаҫ, әлбиттә.

Солоҡ балын кешегә күрһәтеп, уның турала күберәк белһендәр, тигән маҡсат менән Әнүр төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша. Йәрминкә, умартасылар йыйыны,  конференцияларҙан ситтә ҡалмай. Киләһе йыл Башҡортостанда үтәсәк халыҡ-ара сара – “Апимондия-2021” конгресында ҡатнашырға йыйына. Балдың сифатына ҙур иғтибар бүлә егет. Үҙе етештергән продукцияның артабан ҡайҙа китеүе, ҡайһы тарафҡа һатылыуы һәм иң мөһиме – һатып алыусының уның сифатынан ҡәнәғәт ҡалыуы – Әнүр өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Әлеге мәлдә Вәхитовтар етештергән балды “Башҡорт бал ҡорто” компанияһы күмәртәләп һатып ала. Әммә Әнүр балдың ҡайһы
яҡҡа һатылыуын белмәй ҡала. Был уны бик ҡәнәғәтләндермәй. Уға етештереүсе менән һатып алыусы араһын ҡыҫҡартып, артабан бәйләнеш булдырыу мөһим. Шуға балды һатыу эшен икенсе төрлөрәк ойошторорға иҫәп тота.

Әлбиттә, күпселек эшҡыуарҙар һымаҡ уҡ, Әнүр ҙә балдың күләме, алынған килем тураһында өндәшеп бармай, әммә беҙҙең өсөн был серҙе асты. 250 солоҡтан улар йылына яҡынса 700 – 800 килограмм бал ала. Солоҡ балының өс литры 16 мең һумдан һатыла. Таҙа килем 1 миллион һумға яҡын.

Күптән түгел башҡорт ғалимдары солоҡ балының яман шеш ауырыуына ҡаршы тороу һәләтен асыҡлаған. Бал, кәрәҙ, һеркә, хатта үлгән ҡорттар ҙа көслө дарыу икән. Уларҙағы микроэлементтар яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен туҡтатыу көсөнә эйә.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей