Ауыл хужалығында хеҙмәт иткән өлгөлө ғаиләләр иғтибарһыҙ ҡалманы

Иштуган мәҙәниәт йортонда “Ғаилә йылына” арналған ауыл байрамы уҙғарылды. Һәр яҡлап үрнәк булырҙай алты ғаилә ҡатнашты был сарала. Атап әйткәндә: Камалетдиновтар, Хәмзиндар, Әюповтар, Солтанғоловтар, Булатовтар, Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе. Һәр бер ғаилә Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡул эштәре, аш - һыуға, ғаилә фотоларынан стендтар эшләп күргәҙмә ойошторҙолар. Байрам менән ҡотлап ауыл хакимиәте башлығы Фәйрүзә Буранғолова, Мәләүез башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Булат Биков сығыш яһаны.
Беренселәрҙән булып сәхнәгә Камалетдиновтар ғаиләһе саҡырыла. Сәхнәне биҙәгән иҫ китмәле ҡул эштәре Зифа Камалетдинованың ижади эштәре. Йор һүҙле ғаилә ағзалары үҙҙәренең традициялары менән таныштырҙылар ,боронғо йырҙар йырлап күрһәттеләр. Күңелле музыка аҫтында сәхнәгә ауылыбыҙҙың күренекле шағирәһе, биш бала әсәһе Роза Хәмзина күтәрелә.Байрам өсөн махсус яҙылған шиғырҙарын уҡый, йәштәргә кәңәштәрен еткерә. Намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан Зилә һәм Салауат Әюповтар сәхнә түренә саҡырыла. Элекке туй йолалары, димселлек традициялары тураһында һөйләшкәндән һуң балаларҙы тәрбиәләү әңгәмәһенә күсәбеҙ. Әюповтарҙың дүрт балаһыла юғары белемле, ике улы ла медицина өлкәһендә хеҙмәт итә, районыбыҙҙың билдәле хирургы Самат Салауатович уларҙың улдары. Ҡыҙҙары уҡытыусы һөнәрен һайлап уңышлы эшләйҙәр.
Күп балалы, ауыл хужалығы хеҙмәтен һөйгән талантлы Солтанғоловтар, Булатовтар, Ҡунаҡбаевтарт ғаиләһе хөрмәткә лайыҡ ғаиләләр. Матур итеп донъя көтәләр төрлө үткәрелгән мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашалар. Бөгөнгө байрамға ла үҙҙәре һәм балалары сағыу концерт номерҙары әҙерләгәндәр. Һәр бер ғаилә ағзалары менән күңелле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар үткәрелде. Һәүәҫкәр әртистәребеҙ Ривал Мөхәмәтшин, Фәниә Биктимерова, Рәзиф Салауатов, Эльза Умергалина, “Умырзая” вокаль ансамбле ҡыҙҙары байрамыбыҙҙы йырҙар, шиғырҙар менән биҙәне. Ҡунаҡҡа саҡырылған күршеләребеҙ Наилә Кучербаева, Элеонора Мурзагилдина, Динар Халиков, Фируза Гниятуллина, Мәстүрә Кунакбаева ларҙың сығыштарын тамашасылар алҡышлап ҡаршы алдылар. Ауыл хакимиәте исеменән һәр ҡатнашҡан ғаиләгә ҡиммәтле бүләктәр һәм арнап музыкаль номерҙар тапшырылды. Байрам түңәрәк өҫтәлдәр артында сәй эсеү , кисен байрам дискотекаһы менән тамамланды.

Иштуган мәҙәниәт йорто.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей