Ауыл хужалығында

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, “Һабансылар ярышы” конкурсы уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Механизаторҙарҙың һөнәри оҫталығын билдәләү быйыл Владимир һәм Алексей Роговтарҙың фермер хужалығында уҙғарылды. Сарала 11 һабансы һынау тотто,  уларҙың күбеһе йәштәр ине.

Райондың Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Ринат Бикбулатов барыһын да тәбрикләп, яҙғы эштәрҙе сифатлы башҡарған тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе, ярыштарҙа уңыштар теләне. Дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Динис Иҫәкәев транспортты ҡулланғанда, юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртте.

Механизаторҙар конкурс талаптарына ярашлы, “МТЗ-82” маркалы тракторҙа тәғәйен участкаларға йүнәлде. Ғәмәли өлөш бураҙнаның тәрәнлеге, киңлеге, тигеҙлеге, һөрөнтө ерҙең тышҡы күренеше, тупраҡты әйләндереп һалыу сифатын тикшереүгә ҡоролғайны. Теоретик һорауҙарға яуап биргәндә лә егеттәр һынатманы. Йыйылған мәрәйҙәр һөҙөмтәһе буйынса Юрий Кечин (Владимир Акшенцев крәҫтиән хужалығы), Александр Головин (“Ашҡаҙар” хужалығы), Юлай Мырҙашев (Ермаков крәҫтиән хужалығы) еңеүселәр тип табылды.

3-сө урын алған Юлай Мырҙашев һайлаған һөнәренең өҫтөнлөктәре, миҙгел эштәренә ныҡлы әҙерләнеүе тураһында һөйләне. Механизаторҙар династияһынан булған егет (бер туғандары Илнар, Ринат, атайҙары Илдар Мырҙашев та тракторист һөнәрен һайлаған) “тимер ат”ты мәктәптә уҡығанда уҡ эйәрләгән. 

Конкурста еңеүселәр Һабантуйҙа тантаналы тәбрикләнәсәк.

Ә. ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей