Ауыл хужалығында

Йәйҙең һәр минуты ҡәҙерле
Ауылдарҙа ҡыҙыу осор — мал-тыуары булған һәр кем аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләй. Быйылғы ҡоролоҡ арҡаһында мал аҙығы наҡыҫ, шуға ла ауыл эшсәндәре булғанды әрәм-шәрәм итмәҫкә, мөмкин тиклем йыйып алырға тырыша. 
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илфат Рәхмәтов өсөн дә тәүлектәге сәғәттәр етмәгән мәл. Юҡҡа ғына йәйге көн йылды туйҙыра, тип әйтмәгәндәр бит. Беҙ барғанда ул үҙенең эшселәре менән баҫыуҙан бесән алып ҡайтып, йәһәтләп шуны өйөү менән мәшғүл ине. 
Илфат Әлмөхәмәт улы ауыл хужалығына яңыраҡ килгән тиергә мөмкин. Район эске эштәр бүлегендә өлкән конвоир булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас күңеленә яҡын шөғөлгә тотонорға ниәт итә. Тыуған нигеҙенә яҡыныраҡ булыу өсөн Әлмөхәмәт ауылын һайлай һәм малсылыҡ, үҫемлекселек тармағында үҙен һынап ҡарамаҡсы була. 
2018 йылда яңы эш башлаусы фермер  грант отоп, дәүләттән 3 миллион һум күләмендә ярҙам алыуға өлгәшә. Был аҡсаға ул 20 баш симментал тоҡомло һыйырҙар һәм МТЗ-82  тракторын ала. КУН, урғыс, көрәк кеүек ҡорамалдары булған «Беларус» ауыл ерендә йыл әйләнәһенә кәрәкле. Тракторҙа Хәлил ауылынан Рәшит Ҡаһарманов эшләй. Фермерлыҡты башлап ебәргән саҡта, Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың ярҙамын ныҡ тоя, бергәләп төҙөлөш эштәрен дә атҡаралар, малдарҙы ҡарау, һыйырҙарҙы быҙаулатыу ҙа уның иңендә була. 
Илфаттың ағаһы Илшат Рәхмәтов та хужалыҡта төп ярҙамсы. Әле ул бесән әҙерләшә, һыйырҙарҙы көтә. Ҡышҡыһын мал ҡурала саҡта, һыйыр-быҙауҙарҙы ҡарай. Иретеп-йәбештереүсе һөнәренә эйә Илмир Абдуллин хужалыҡтағы бөтә ремонт-төҙөлөш эштәрен атҡара. 
— Әлеге мәлдә 20 баш һыйыр, шунса быҙау бар. Беҙ ит етештереү йүнәлешендә эшләгәс, һыйырҙарҙы һаумайбыҙ. Һөт быҙауҙар өсөн генә, — тип һөйләне фермер көр генә быҙауҙарына йәм-йәшел бесән һалған арала. — Йәш-йәш ярымға тиклем тәрбиәләгәс, иткә тотонабыҙ. Уртаса 200-220 килограмм ауырлыҡҡа еткерәбеҙ. Продукцияны һатыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ, Асҡарҙа йәмәғәт туҡланыу урындары, баҙарҙа алалар. Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан даими һатып алыусыларыбыҙ бар. 
«И. Рәхмәтов» крәҫтиән-фермер хужалығының баҫыуҙарында арпа, һоло, етен үҫә. Тәүге ике культураны мал аҙығына, етенде һатыу өсөн тотоналар. Бөтәһе 437 гектар сәсеүлектәре бар. Ямғырҙар яумағас уңыш әллә ни түгел, шулай ҙа етәксе яҡшыға өмөт итә. 
— Күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып, 20 тонна тирәһе бесән әҙерләп алдыҡ. Тағы 50 тонна кәрәк. Малдарҙы ҡыш сығарыуға шул күләмдә аҙыҡ етергә тейеш, өҫтәп һалам, сенаж аласаҡмын, — ти хужалыҡ етәксеһе.  
Район хакимиәтендә уҙғарылған «Эшҡыуар сәғәте»ндә ҡатнашып, И. Рәхмәтов үҙенең бизнес-планын яҡлап, көтөүлеккә 189 гектар һәм ферма өсөн 5 гектар ерҙәрҙе рәсмиләштереүҙе тиҙләткән. Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы көтөүлек урыны иркен, фермаға яҡын булыуы менән уңайлы. Һыйырҙарҙы көтөү өсөн аты ла бар, яңыраҡ мотоцикл да алған.
Элекке совхоз фермаһы биләмәһен кәртәләп, шунда мал ҡуралары төҙөгән. Булдыҡлы, төптән уйлап эшләгән хужа был базаны яйлап нығытырға ниәтләй. Көн дә район үҙәгенә ҡайтып, ваҡытын әрәм итмәҫ өсөн йәтеш кенә өй ҙә күтәргән. Бөтә уңайлыҡтары булған йорттоң тирә-яғын төҙөкләндереп һәм ферманы уратып, ағастар ултыртырға ниәтләй. 
Эшһөйәр, тырыш ғаилә башлығын аңлап, терәк булып торған яҡындары ла Әлмөхәмәт юлына саң ҡундырмай. Ғүмер юлдашы Ләйсән Вәкил ҡыҙы 1-се Асҡар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Рәхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнара РФ Хөкүмәте янындағы финанс университетының Өфө филиалын тамамлап, артабан БДУ-ла икенсе юғары белем алмаҡсы. Улдары Вилдан менән Рушан алтынсы һәм икенсе класҡа барасаҡтар. 
—  Малсылыҡта эшләү анһат түгел, был тармаҡта рәхәт кенә табыш килмәй. Көнөн-төнөн эшләргә, йүгерергә кәрәк. Ауылдарҙа эшһеҙҙәр күп булһа ла, фермаға килергә атлығып тороусылар юҡ. Ә күңел һалып эшләмәйенсә, тырышмайынса һөҙөмтә булмай,  — ти Илфат Әлмөхәмәт улы. — Хужалыҡты ҙурайтырға, техниканы арттырырға, сәсеүлектәрҙе рациональ файҙаланырға тигән пландар бар. 
Динара САФИУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей