Ауыл хужалығын күтәреүгә тос өлөш индергән
Ватанды һаҡлаусылар көнө - ул ысын ир-егеттәр байрамы. Ошо көн алдынан Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Исхаҡ Яҡупов менән осраштыҡ. Ул илебеҙҙе һуғыштан һуң үҫтереүгә, ауыл хужалығын күтәреүгә тос өлөш индергән кеше лә.
Никитин ауылында йәшәгән уҙаман Исхаҡ Яҡуповты урамда саф һауала йөрөргә сыҡҡан сағында тап иттек. Теремек, йор һүҙле бабай ихлас ҡаршы алды, шаяртып һүҙҙәр ҙә өндәште. Ул кесе улы Ирек һәм килене Зөһрә менән бергә йәшәй. Хәтере лә шәп икән. Элеккеләрҙе иҫкә төшөргәс, бер аҙ моңһоуланып, үткәндәргә әйләнеп ҡайтты ул:
- Дәүләкән районының Мерәҫ ауылында 1920 йылдың 15 сентябрендә тыуғанмын. Әхәт Ямалетдинов тигән кеше бер нисә ғаиләне күрше Ҡырмыҫҡалы районына ингән Шишмә ауылына күсерә. Улар араһында минең дә атай-әсәйем була. Тик ул саҡта ауыл булмай әле. Буш яңы ерҙә төпләнеп, ошонда торлаҡ булдырып, ауылға нигеҙ һалына.
Мерәҫ мәктәбенә аяҡҡа сабата кейеп йөрөп уҡыныҡ, өҫкә кейергә лә йүнле кейем булманы. Шулай ҙа белемгә ынтылдым, 7 класты тамамлағас, Ляховолағы рабфакта уҡыным, - тип һөйләне ул.
Артабан Исхаҡ Яҡупов яңы ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн бер туған апаһы Ғәйниә янына Үзбәкстанға китә. Унда электр станцияһын төҙөүҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта рус телен һәүетемсә генә белгән егет үзбәктәргә тәржемәсе була, балаларҙы рус теленә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда Үзбәкстан еренән ил һаҡларға китә. Уҡсылар полкында пулеметсы була ул. “Максим” пулеметына 1000 пуля тултырыла ине. Дошманды еңер өсөн үҙ-үҙебеҙҙе аяманыҡ, тырыштыҡ. Хатта кейергә йүнле кейемебеҙ булманы, аяҡтарҙа резина итек кенә, ә немецтар яҡшы кейемле ине”, - ти ҡарт яугир һуғышты хәтерләп.
1944 йылда Польша ерендә яугирҙың һулаҡай ҡулбашы ҡаты яраланып, ҡулы саҡ өҙөлмәй. Ауыр яранан бер йыл буйы тәүҙә Польшалағы, аҙаҡ Белоруссиялағы госпиталдә ята. 1945 йылдың июнендә генә һауығып сыға. Бөйөк Еңеүҙе лә шунда ҡаршыларға тура килә. Әле лә утлы йылдарҙы иҫкә төшөрөп, беләгендә мәңгелеккә йөйҙәр һаҡлана. Һуғыш шулай уҡ күңелдәрҙә лә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдыра... “Ғаиләбеҙҙән Әхтәм һәм Зәкәриә ағайҙарым да фронтҡа алынды. Тәүгеһе хәбәрһеҙ юғалды, ә икенсеһенә фашистар менән һуңыштың тәүге көндәренән аҙағына тиклем алыша. Ул хатта офицер дәрәжәһенә тиклем үрләй”, - тип бер туған ағаларын да иҫләп алды.
Исхаҡ Яҡупов ҡаһарманлығы өсөн күп миҙалдарға эйә була, уларҙы ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡлай. “Миҙалдар – ысын тарих, яуҙашымдың иҫтәлеге”, - ти ул.
Ветеран госпиталдән сыҡҡас, тәүҙә саҡырыу урыны буйынса Үзбәкстанға, шунан инде тыуған яғы - Шишмә ауылына ҡайта. Бер аҙҙан Ауырғазы районы ҡыҙы, уҡытыусы булып эшләгән Рәшиҙәгә өйләнә. Бергәләшеп йорт һалалар. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр, барыһы ла төрлө өлкәләр буйынса юғары белем ала. Шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр ҙә уңыштары менән һөйөндөрә. Араларында юристар, уҡытыусылар, иҡтисадсылар, табиптар, энергетиктар, рәссамдар, төрлө өлкә буйынса ғалимдар - фән кандидаттары, профессорҙар бар. Һәр береһе эштәрендә уңыш ҡаҙанған. “Балаларҙың барыһы ла һөйөндөрә, изгелеклеләр. Тик әбейем генә иртәрәк донъя ҡуйҙы шул, уның менән 66 йыл бергә йәшәргә насип булды”, - тип ауыр һулап тормош юлдашын иҫкә алды.
Һуғыштан иҫән ҡайтҡас, Исхаҡ Хәләф улы иленең үҫешенә тос өлөш индерә. Артабан колхоздарҙы күтәреү өсөн белемле, аңлы кешеләр кәрәк булыу сәбәпле, Стәрлетамаҡтағы өс йыллыҡ курс тамамлап, рәйес вазифаһын башҡара. Тик ҡаты ауырып китеп, еңел эшкә күсергә мәжбүр була. Ете йыл математика, биология фәндәренән балаларға белем бирә, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары була. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтында агрономлыҡҡа уҡый, оҙаҡ йылдар “Правда” колхозында агроном, ә пенсияға сыҡҡас ревкомиссия рәйесе була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һуғыш ветераны бер ерҙә лә һынатмай, ғүмер буйы эштән йәм табып йәшәй. Инде хәҙер заман менән бергә атлап өйрәнгән бабай телевизорҙан яңылыҡтар һәм хоккей ҡарарға ярата икән. “Салауат Юлаев” командаһы еңһен тип теләп ултырам”, - тине ул йылмайып.
Ҡарт һалдат йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәм Еңеү байрамын көтөп ала. Үҙен һәр саҡ сафта кеүек тоя ул. Әле лә ошо көнгә еткәненә шөкөр итеп, донъялар тыныс булһын, башҡа һуғыш уты ҡупмаһын, тип оҙатып ҡалды.
Фәниә Сәлимгәрәева.