Ауыл хужалығы көндәлеге (Әбйәлил районы)

Ауыл эшсәндәре өсөн ғәҙәттәгесә ҡыҙыу эштәр осоро бөгөн дә. Хужалыҡтарҙа, фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү, иген культураларына минераль ашламалар индереү, пар ерҙәрен эшкәртеү эштәре алып барыла.

Әле хужалыҡтар, фермерҙар баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәрҙе — люцерна, күстерә сабыла, уларҙан бесән әҙерләнә, сенаж һалына. Был эштәр айырыуса  «Красная Башкирия», «Завет», Күсем хужалыҡтарында әүҙем бара. 

Киләһе уңыш хаҡында ла онотмай игенсе, бөтә хужалыҡтар, «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-һы һәм фермерҙар Р. Юлдыбаев, В. Серпков пар ерҙәрен  эшкәртеүгә, шулай уҡ культураларҙы өҫтәмә туҡландырыуға етди иғтибар бирә.

Ураҡ етеүгә лә күп ваҡыт ҡалманы, шуға күрә урып-йыйыу комбайндарының һәм игенде эшкәртеү агрегаттарының техник торошон ҡайтанан тикшерелеп, улар әҙерлек һыҙығына ҡуйыла.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей